Все новости
Юбилейҙар
4 Марта 2023, 12:57

"Ағайым бар"

Уны тәү күргәндә башҡаларҙан әллә ни айырылып торғаны һиҙелмәне.

"Ағайым бар"
"Ағайым бар"

Киреһенсә хатта: бәләкәй генә, үҙе, исмаһам, ҙур урында ла эшләмәй икән - төҙөүсе. Үҙе шулай тине: мин төҙөүсе, мырҙам.
Ишембай интернат-мәктәбендә, спортзалда, ниндәйҙер сара бара ине, шунда, әллә минең Көйөргәҙенән икәнде белгән, янға килеп күреште. Эргәгә килмәһә, абайламаҫ та инем, уҡыусы балалар араһында бик айырылып тормай.
Ишембай ҡалаһы әле генә яҡын күренә, йөҙ саҡырым ғына самаһы, ул мәлдә был ҡала, бәләкәй бала өсөн, Ер шарының икенсе яғында ятҡан кеүек була торғайны. Етмәһә, Көйөргәҙенән (ул саҡта Күмертау районы) береһе лә интернатта уҡымай. Бер үҙең, етем себеш һымаҡ, йөрөгән баш.
- Мин Яҡуттан, - тине ул. Яҡуп тигән ауылды ишеткән бар шикелле, Яҡуты ла бар микән ни? Ул килде лә китте, әллә күпме ваҡытҡа юҡ булды (йорт һалып йөрөгәндер), ә бит, баҙнатһыҙ ғына баҫып торһам да, уның Көйөргәҙенән, Яҡуттан тигәне бик күңелгә ятҡайны, янда атай юҡ, әсәй юҡ, әллә ҡайҙа ситтә зар-интизар булып йөрөлә, тыуған яҡ кешеһе бит ул, һөйләшер уртаҡ һүҙҙәр булмаһа ла, янда аҙыраҡ торорға, килеп китһә булыр ине...
Уртаҡ һүҙҙәр һуңыраҡ табылды. Ул интернатҡа тәрбиәсе булып килде, тарих та уҡыта башланы. Көйөргәҙенән булыу тәьҫир иттеме, башҡа сәбәбе булдымы, ул мине яҡын күрҙе, хатта ярамаған, килешмәгән ҡылыҡтарҙы ла килештереп ҡабул итер ине (хәйер, әле лә шулай). 1994 йылда аралар өҙөлдө. Интернатым - пар ҡанатым тип, йырҙарға йырлайһы ғына ҡалды. Уның исемен гәзиттә генә күрәһең, эстән генә, хатта ҡайһы саҡ кешеләргә әйтеп тә, был минең ағай ул тип ҡуяһың. Янығыҙҙа кем торғанын белеп тороғоҙ.
Журналист һөнәрен һайлауҙа уның туранан-тура ҡатнашы булды. Инде, маңлайға шулай яҙылғандыр тип, тәүҙә ферма тирәһендә, аҙаҡ ауылдың дөйөм мунсаһында кочегар булып, торараҡ ауылда мәктәптә уҡытып йөрөгән мәлдә, тәҡдим иттеләр БРГИ-ға уҡытырға кил. Әмәлгә ҡалғандай, ошо уҡ ваҡытта икенсе лә тәҡдим яңғыраны: гәзиткә, "Юшатыр"ға кил. Уңғамы, һулғамы - әллә нисә ҡат уйланғас, шулай ҙа, гәзитте һайланым. Ҡурҡыу көслө, әллә килеп сыға, әллә юҡ. Был ни, беренсе көндән үк, йәлләп тормай, етди эш ҡушты: ҡала сессияһы ултырышын яҙ. Бына ғәләмәт, мин бит силсәүит ишеген дә йылына бер асҡан кеше, түрә-ғара тирәһен бик өнәп етмәйем. Киттек икәүләп сессияға. Ҡала башлығы, Совет рәйесе, депутаттар әллә ниндәй ҡарарҙар ҡабул итә, ҡайҙа эләктем, быларҙың һөйләгәненең яртыһын аңламайым.
Ҡайтҡас, номерға тине. Ҡалайтаһың, алда ятҡан ҡағыҙҙарҙы ҡутарып булһа ла (сессия ҡарарҙары) нимәлер әтмәләргә тура килде.
...Редактор булып китермен тип ике ятып бер төшөмә кергән нәмә түгел, бер ваҡыт яҙмышҡа төҙәтмә керҙе: ул китә, урынына мин ҡалам.
- Булдырып булырмы икән? - Әйтеүе генә анһат, хәбәрсе булыуы еңелерәк, эшең бөттө, ҡайттың киттең. Мөхәррир булыу... Әллә.
- Булыр. Мин һөйләштем Өфөлә, ҡурҡма.
Шулай итеп, уның туранан-тура ҡатнашлығы, ярҙамы менән редактор булып кителде. Бүтәне-бүтән, башҡа уй килә: улай-былай булып, эште харап итһәм, уның исеменә лә тап төшөрәм дә баһа. Шөкөр, үҙе нисек уйлайҙыр, уның исеменә ҡара яҡманым, буғай.
Бөгөн уға 60 йәш. Тәүге күргәндәге һымаҡ, әле лә "Йә, ни хәл, братишкы" тигәне етә, тимәк, минең янда ағайым һаман бар. Юбилейың менән!

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас: