– Кеше тормошонда даими рәүештә ниндәйҙер үҙгәрештәр булып торорға тейеш. Әгәр ул булмай икән, әҙәм балаһы һөрһөй башлай, үҫеш юҡҡа сыға. Шуға күрә журналистиканан ситкә тайпылып, икенсе тармаҡҡа күскәнмен икән, быға аптырарға ярамай. Ә шулай ҙа яҙыуҙан туҡтағаным юҡ, «Бәйләнештәр» селтәрендә дуҫтарым ижад емештәрем менән таныша ала.
– Һеҙ бит журналистикала осраҡлы кеше түгел инегеҙ: «Йәшлек»тә бил нығыттығыҙ, тап шунда эшләгән осорҙа Ямалда оҙайлы командировкаға барып, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге абруйлы премияға лайыҡ булдығыҙ. «Юшатыр» гәзитенә нигеҙ һалдығыҙ, Мәләүездә «Көнгәк» мәғлүмәт үҙәге директоры сағығыҙҙа, Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп, Мәскәүҙән машина отоп алып ҡайттығыҙ, «Салауат» мәғлүмәт үҙәгендә директор-баш мөхәррир булғанда ла уңыштарығыҙ күҙгә күренеп тора ине. Һеҙ етәкселек иткән Ишембай районы муниципаль телевидениеһының да үҙ йөҙө булды. Шул һорау тынғылыҡ бирмәй: ни өсөн журналистиканы ҡалдырҙығыҙ?
–Беҙҙең халыҡта бик тә тапҡыр мәҡәл бар: тура әйткән – туғанына ярамаған. Әсе телем арҡаһында киттем. Ебәрҙеләр тиһәм, дөрөҫөрәк тә була.
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды.