- Барыр инем. Мин бер ҡасан да ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡманым. Эҙемтәләргә килгәндә, 24 йәшлек кенә егет өсөн һәләкәтте күреү ҡурҡыныс булды. Барып машинаны сүплеккә туҡтатам да, кабинаның башына менеп, ҡарап торам. Күмертау ҙурлыҡ ҡала буп-буш. Хәҙер берәү килеп сығыр кеүек, ҡала бер нисек тә буш була алмай, тип уйлай инем. Юҡ, бер әҙәм дә юк. Аңлатып та булмай уй-кисерештәрҙе. Ужас киноһы кеүек ине.
- Үзбәкстандан ҡасан тыуған яҡҡа ҡайтып төпләндегеҙ?
- 1990 йылдарҙа ҡайттым. Ауылда 1 йыл эшләгәс, Яҡшымбәт ауылы мәҙәниәт йорто директоры вазифаһында эш башланым. Башта ҡаршы инем, әммә кеше булмау сәбәпле, ризалаштым. Колхоздан яңы машина бирҙеләр, йылына ике концерт ҡуйһаң, булды тигәс, эшләп ҡарарға булдым.
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды.