Все новости
ЮХХДИ ХӘБӘР ИТӘ
4 Мая 2018, 11:01

АБАЙ БУЛЫҒЫҘ, ЮЛ БИРЕГЕҘ

Йылы көндәр башланыу менән, урамдарҙа велосипед, мопед, скутерҙарҙа йөрөүселәр һаны артты. Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: велосипедта 14 йәше тулғандарға ғына йөрөргә рөхсәт ителә.

Йылы көндәр башланыу менән, урамдарҙа велосипед, мопед, скутерҙарҙа йөрөүселәр һаны артты. Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: велосипедта 14 йәше тулғандарға ғына йөрөргә рөхсәт ителә.

Скутер водителенең «М» категорияһындағы водитель танытмаһы булырға тейеш. Мопед йә скутер һатып алғанда уның төп хужаһы булып ата-әсәләр иҫәпләнә. Әгәр улар транспортҡа идара итергә хоҡуғы булмаған кешенең ҡулына идара итеү өсөн техниканы тапшырып ҡуя икән – был закон боҙоу. Ундайҙарға 30 мең һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған.

Велосипед, мопедтар бер генә рәттән, уң яҡтаныраҡ хәрәкәт итергә тейеш. Велосипед юлының юл хәрәкәте көйләнмәгән өлөшөндә, шулай уҡ урам сатынан ситтәге юлдарҙа велосипед, мопед хужалары был юлдарҙан хәрәкәт итеүсе транспорт сараларына юл бирергә тейеш. Әгәр автомобиль юлы менән велосипед юлы киҫешә икән, бындай осраҡта велосипед, скутер һәм мопед хужалары бөтә автомобилдәрҙең дә үтеп бөткәнен көтөргә тейеш.
Читайте нас: