Все новости
ЮХХДИ ХӘБӘР ИТӘ
8 Мая 2018, 11:57

БАЛАЛАР РОЛИКТАРҘА, СКЕЙТБОРДТАРҘА, ВЕЛОСИПЕДТАРҘА

Балаларға, 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса роликтарҙа, скейтбордтарҙа һәм велосипедтарҙа тротуарҙар буйлап йөрөү тыйыла. Тик беҙ йыш ҡына был шарттарҙың үтәлмәүе шаһиты булабыҙ. Сөнки балаларға ата-әсәләре ул хаҡта ныҡлап аңлатмай. Шул арҡала юл-транспорт ваҡиғалары булып тора.

Ата-әсәләр, роликтарҙа, скейтбордтарҙа йөрөүсе балаларығыҙ янында булырға, улар менән бергә йөрөргә, ял итергә тырышығыҙ. Был спорт средстволарының уйнау, шаярыу өсөн тәғәйенләнмәгәнен балаларығыҙҙың иҫтәренә төшөрөгөҙ.

Велосипедсыларға юлда йөрөгәндә үтә лә ныҡиғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки улар йыш ҡына һулға боролғанда, арттан яҡынлашып килеүсе транспорты күрмәйенсә, машина аҫтына эләгә.

Водителдәргә велосипедистарға яҡынлашыуҙары хаҡында класкон йә фарҙы яндырып-һүндереү аша хәбәр итергә кәрәк. Улар менән тигеҙләшкәс, тиҙлекте кәметергә, интервалды арттырырға, уларҙың нисек хәрәкәт итеүен күҙәтергә кәрәк. Был шарттарҙы үтәү водителдәрҙе лә, велосипедсыларҙы ла бәлә, ҡазаларҙан һаҡлар.

Р. ҒӘЗИЗОВА,
Рәсәй Эске Эштәр министрлығының
Күмертау ҡалаһы буйынса бүлегенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен пропагандалау буйынса инспекторы, полицияның кесе лейтенанты

Читайте нас: