2018 йылдың 10 майында Күмертауҙа БАССР-ҙың 60 йыллығы урамы буйлап Опель Мокка автомашинаһында хәрәкәт итеүсе 1975 йылғы водитель Б. ҡағиҙәгә ярашлы юл аша дөрөҫ сығып барған 2009 йылғы йәйәүле Р.-ҙы бәрҙерә.
Ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙе, юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү маҡсатында Күмертау ҡалаһында «Иғтибар – балалар» профилактик сараһы бара. Ул 2018 йылдың 9 июненә тиклем дауам итәсәк.
Хөрмәтле водителдәр! Балалар баҡсалары, мәктәптәр, йәмәғәтселек транспорты туҡталыштары янынан транспортта үткәндә айырыуса иғтибарлы булығыҙ: һис көтмәгәндә ҡаршығыҙҙа бәләкәй йәйәүле пәйҙа булыуы бар.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы балалар баҡсаһына, мәктәпкә оҙатып барғанда, ял итергә сыҡҡанда уларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ. Ҡағиҙәгә ярашлы юл аша сыҡҡанда ла иғтибарлы булыуҙы кәметергә ярамағанлығын төшөндөрөгөҙ, сөнки водителдәрҙең дә төрлөһө бар.