Йәй етеү менән юлдарҙа йәйәүлеләр арта. Шул уҡ ваҡытта уҡыу йылы бөтөүгә бәйле йәйәү йөрөүсе балалар һаны ла. Ҡайһы бер йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауы йә ныҡлап белеп еткермәүе арҡаһында юл-транспорт ваҡиғалары ла булып тора. Шуға күрә Көйөргәҙе районы автоинспекцияһы район халҡын, ҡунаҡтарҙы тағы бер тапҡыр быға ныҡлы иғтибар итергә саҡыра.
Рәсәй Федерацияһы Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең дүртенсе бүлеге «Йәйәүлеләрҙең бурыстары» тип атала. Ата-әсәләр балалары менән бергә бындағы ҡағиҙәләрҙе бергәләп өйрәнергә һәм еренә еткереп үтәргә бурыслы.
Йәйәүлеләр тейешле урындарҙан – үткәүелдәрҙән генә юл аша сығырға тейеш. Әгәр улар юҡ икән, юл ситтәренән уңға ла, һулға ла бик иғтибарлы ҡарап, яҡынлашыусы транспорт булмағанда ғына юл аша сығырға кәрәк. Йәйәүлеләр тәүлектең ҡараңғы сағында һәр ваҡыт кейемдәренә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарҙы водителдәр күрерлек итеп тағырға тейеш.
Районыбыҙҙағы юл-транспорт ваҡиғаларында, бәхетһеҙ осраҡтарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүсе йәйәүлеләрҙең дә ғәйептәре бар. Ундайҙарға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 500 һум күләмендә штраф һала ала.