Все новости
ЮХХДИ ХӘБӘР ИТӘ
29 Июня 2018, 12:08

БУЛҒАНДЫ ФАЙҘАЛАНЫҒЫҘ

Дәүләт автоинспекцияһы Башҡортостан Республикаһы халҡына «www.gosuslugi.ru» порталында теркәлергә тәҡдим итә. Унда һеҙ барлыҡ уңайлыҡтарҙан, шул иҫәптән Рәсәй ЮХХДИ бүлектәренең дә ярҙамынан иркен файҙалана алаһығыҙ.

Сайтта теркәлеү өсөн паспортығыҙҙың серияһын, номерын белергә кәрәк, ҡул аҫтығыҙҙа СНИЛС, кеҫә телефоны булырға тейеш. Шунан һуң ғына һеҙ шәхси кабинетҡа инергә рөхсәт ала алаһығыҙ.

Был портал аша дәүләт ярҙамынан ҡулланыусыларға байтаҡ ҡына ташламалар ҡаралған. Водителдәр, әгәр һеҙ «www.gosuslugi.ru» порталын дөрөҫ һәм урынлы ҡулланһағыҙ, ваҡытығыҙҙы ла, аҡсағыҙҙы ла аҙыраҡ сарыф итерһегеҙ.

Читайте нас: