Тормошта бындай ялған документтар эшләтеп алып, транспорт менән идара итеүселәр һирәкләп булһа ла осрап тора. Көйөргәҙе районы автоинспекцияһы ундай водителдәргә һәм ялған документтар яһап һатыусыларға шуны еткерә: Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексындағы 327-се статья буйынса һеҙҙе һикһән мең һумға тиклем штраф көтә, йә һеҙҙе 480 сәғәтлек мәжбүри эшкә ҡушасаҡтар, йә алты айға ҡулға аласаҡтар.