Все новости
ЮХХДИ ХӘБӘР ИТӘ
1 Августа 2018, 13:24

АУЫЛДЫҢ АЙЛЫ БЕР КИСЕ

Бына 2018 йылдың йәмле йәй айҙары бара. Ауылда тормош шундай күркәм, шундай күңелле.

Бына 2018 йылдың йәмле йәй айҙары бара. Ауылда тормош шундай күркәм, шундай күңелле.


Йылғала һыу инәләр, ҡаҙ-өйрәктәр ҡаңҡылдаша, ялан-ҡырҙарҙа мотор тауыштары, тырыш ауыл эшсәндәре мал ҡышлатыу өсөн бесән эштәрен тамамлап, урып-йыйыу эштәрен башларға торған илаһи сихри мәлдәр.
Ауылдың айлы, тын кистәре, әле унда әле тегендәрәк, һирәк булһа ла, гармун моңдары ишетелә.
Мораптал мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы стадионда мәктәп уҡыусылары, ауыл йәштәре футбол, волейбол уйнай. Эх, күңелле ауыл тормошо. Шуныһы ҡыуаныслы, ауылдаштар тырышып эшләп донъя көтә, балалар үҫтерә, тормоштан йәм, тәм табып йәшәйҙәр.
Үткән йома Яңы Морапталда «Эштә үтте бер көнөгөҙ, күңелле ял итегеҙ» тип исемләнгән ял кисәһенә барыһы ла дәррәү йыйылды. Ауылдың яңы өйләнешкән йәш ғаилә парҙарына ауыл хакимиәте башлығы Аскар Исәт улы Кинжалиев иҫтәлекле бүләктәр һәм ҡотлау хаттары тапшырҙы. Быйылғы 2018 Ғаилә йылында 9 ғаиләлә шатлыҡлы ваҡиға булып үтте — 9 сабый донъяға ауаз һалды. 50 йыл бергә ғүмер итеүсе бәхетле пар ҡанатлы юбилярҙарыбыҙ ҙа бар. Мәрфуға һәм Юнир Мөлөковтар, Фатима һәм Рәмил Рәжәповтар, Сәкинә һәм Рәшит Мөлөковтар. Улар үрнәкле, татыу ғүмер итеп, аҡыллы балалар үҫтерҙеләр. Тыуған илебеҙгә, еребеҙгә лайыҡлы хеҙмәт өлөшө кереттеләр, йәшлектә биргән анттарына тоғро ҡалып, рәхәттәргә, рәхмәттәргә төрөнөп йәшәйҙәр. Ауылыбыҙ йәштәре төрлө вуздарҙа, техникум, урта һөнәрселек училищеларында белем алыусылар сессияларын уңышлы тапшырып ауылда атай-әсәйҙәренә ярҙам итеп, туғандар менән ял итәләр. 9-11-се синыфтарҙы тамамлап, өлгөргәнлек аттестаттарын алған йәштәр төрлө уҡыу йорттарына уырға кереп шатландылар. Төрлө вуз, техникум, магистратура тамамлап, диплом менән ҡайтыусы йәштәребеҙ, барыһы ла бер майҙанда ял иттеләр. Йәш ғаиләләр, өлкәнерәк йәштәгеләр ҙә был кистә күңелле ял итте. Моң - рухландырыусы, күңелдәрҙе берләштереүсе көскә эйә. Моң илендә Әлфиә Туҡаева, Карина Шәрипова, Фәнилә Ғәлиева йырҙарын тыңлап, бейеп күңел астылар. Йәмәғәт эштәрендә берҙәм булған йәштәргә ауыл хакимиәте башлығы Аскар Исәт улы рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шундай-шундай хәлдәр беҙҙә — Яңы Морапталда.


Читайте нас: