Все новости
ЮХХДИ ХӘБӘР ИТӘ
1 Августа 2018, 13:20

ИЛКӘНӘЙҘӘРҘЕ ЙӘНТӨЙӘГЕ ЙЫЙҘЫ

Был көндө илкәнәйҙәр түҙемһеҙләнеп тә, бер аҙ тулҡынланып та көтөп алды. Йорт-ҡуралар, урамдар төҙөкләндерелде, нәҫел тамырҙары барланды, төрлө тарафҡа һибелгән туғандарға байрамға саҡырып сәләм-хаттар юлланды.

Был көндө илкәнәйҙәр түҙемһеҙләнеп тә, бер аҙ тулҡынланып та көтөп алды. Йорт-ҡуралар, урамдар төҙөкләндерелде, нәҫел тамырҙары барланды, төрлө тарафҡа һибелгән туғандарға байрамға саҡырып сәләм-хаттар юлланды.


Үткән шәмбе Илкәнәй ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы гөрләп үтте. Байрамға район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Хисмәтуллин, районыбыҙ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова, Илкәнәй фермеры Илшат Мәзитов, Шәбағыш ауылы советы хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова, Таймаҫ ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Юлдыбаев, техник фәндәр кандидаты Зөфәр Камалов, яҙыусы Марс Нуриев һәм башҡалар ҙа килгәйне.
Байрамға килеүселәрҙе ауыл осонда һәр сараларҙа ла әүҙем ҡатнашҡан Илкәнәй ағинәйҙәре үҙҙәренең йырҙары, тапҡыр һүҙҙәре менән ҡаршы алды. Артабан ҡунаҡтарҙы һый-хөрмәт менән һығылып торған өҫтәлдәре янында Ҡотломбәтовтар, Ғиләжетдиновтар, Сафаровтар, Әхтәмовтар, Әлибаевтар ғаиләләре көтә ине. Улар дәртле йыр-моңдары, тәмле баллы-болло һыйҙары менән барыһының да күңелдәрен арбаны. Был ғаиләләр үҙҙәренең нәҫелдәрен сағылдырған шәжәрә ағастарын да элгәйнеләр.
Ауыл менән танышып сыҡҡандан һуң, ҡунаҡтар байрам үтәһе төп яланға юлланды. Байрам сәхнәһенән ағылған йыр-моң барса халыҡты әйҙәп, үҙенә саҡырып торҙо. Сараны ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов асты. Йыйылыусыларҙың барыһын да байрам уңайынан ихлас тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе, был оло сараның имен-аман үтеүен теләне.
– Ауылыбыҙҙың йылдан-йыл матурланыуы, күркәмләнеүе ҡыуандыра. Был - беҙҙең уртаҡ көсөбөҙ, бының өсөн ауылдаштарыма ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә йәштәрҙе үҙебеҙҙең ауылға йәлеп итергә тырышасаҡбыҙ. Әле яңы эш урындары булдырырға төрлө пландар менән янып йәшәйбеҙ, - тине Тимур Нәсибулла улы. Ул байрамға әҙерләнеүҙә ярҙам иткән ағинәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһына, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән фермерҙар Илшат Мәзитовҡа, Рөстәм Вахитовҡа, “Сәләм” магазины хужаһы Рәсимә Хәбибуллинаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Илкәнәйҙәрҙең байрам шатлығын уртаҡлашырға килгән Нәүғәт Кәлимулла улы ла йыйылыусыларҙы байрам уңайынан ҡотлап, ауылды төҙөкләндереү, нәҫел тамырҙарын барлау, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған был байрамды әҙерләүгә ҙур тырышлыҡ һалған ауыл биләмәһе башлығы Тимур Нәсибулла улына һәм ойшотороусыларға рәхмәт әйтте.
- Районыбыҙҙың ауыл советтары хакимиәттәре етәкселәре араһында Тимур Нәсибулла улы - йәш башлыҡтарҙың береһе. Шуға ауылығыҙҙы үҫтереү маҡсаты менән янып йөрөгән ауыл биләмәгеҙ башлығы башланғыстарына үҙ кәңәштәрегеҙҙе әйтеп, пландарығыҙҙы бергә тормошҡа ашырығыҙ, - тине Нәүғәт Кәлимулла улы.
Байрамға әҙерлек сиктәрендә төрлө номинациялар буйынса конкурстар иғлан ителгәйне. Сара барышында уға йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. “Өлгөлө йорт” номинацияһында Әлфиә менән Илнур Аҙнабаевтар, Фәрғәт менән Әлфиә Әхтәмовтар, Фәрзәнә менән Солтан Ғәзимовтар еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ күптән түгел никахтары булған Раушания менән Руслан Аҙнабаевтар һәм Рифат менән Наилә Мөхәмәтшиндар ауылдағы «Иң йәш ғаилә» тип билдәләнде. Уларға өлгө булырҙай оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән татыу, уңған ғаиләләр ҙә бар Илкәнәйҙә. Бергә оҙаҡ матур ғүмер кисергән Гөләйшә һәм Нәсибулла Иҙрисовтарҙы, Зәйтүнә һәм Рим Рәхмәтуллиндарҙы, Венера һәм Шәфҡәт Әхтәмовтарҙы, Филсиә һәм Наил Солтанғужиндарҙы ла ҙурлап сәхнә түренә саҡырҙылар. Ауылдың иң оло кешеләре бер туған Хөбәйбә инәй менән Абдулхаҡ бабай Әхтәмовтар, яңы тыуған сабыйҙар Сулпан Вахитова, Тамерлан Балапанов, Искәндәр Шәрәфетдинов, Илкәнәйҙең күрке булған тырыш, эшһөйәр, булдыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтергән өлгөлө ғаиләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Спорт ярыштары, халыҡ уйындарынан тыш ниндәй байрам булһын инде. Тоҡ менән һуғышыуҙа Владик Сафаров еңһә, арҡан тартышыуҙа Рөстәм Вахитов берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәне. Волейболда ла ла йәштәр көсөргәнешле уйнаны. Спортсыларҙы дәртләндереп «һеү-һеүләгән» тауыштар әллә ҡайҙарға ишетелә ине.
Ә сәхнәлә тәбрикләүҙәр, йыр-моң көн буйына дауам итте. Күптән күрешмәгән ауылдаштар танһыҡтары ҡанғансы аралашты, бергәләп күңел асты.


Читайте нас: