Все новости
ЮХХДИ ХӘБӘР ИТӘ
1 Августа 2018, 13:15

СТАРТ БИРЕЛДЕ. НАКАЗДАР ҘА КҮП

Үткән йома көндө Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Көйөргәҙе районының 47-се Ермолаево һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар Рузалия Хисмәтуллина һәм Валерий Шәрипов менән осрашыу булды. Рузалия Сафиулла ҡыҙы әлеге ваҡытта Башҡортостан парламентында Бюджет, һалым, инвестициялар сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеты рәйесе вазифаһын башҡара, ә Валерий Мөхәмәт улы - Башҡортостан ветерандар Советы рәйесе.

Үткән йома көндө Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Көйөргәҙе районының 47-се Ермолаево һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар Рузалия Хисмәтуллина һәм Валерий Шәрипов менән осрашыу булды. Рузалия Сафиулла ҡыҙы әлеге ваҡытта Башҡортостан парламентында Бюджет, һалым, инвестициялар сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеты рәйесе вазифаһын башҡара, ә Валерий Мөхәмәт улы - Башҡортостан ветерандар Советы рәйесе.


Осрашыуға ауыл советы хакимиәте башлыҡтары, ауыл старосталары, мәҙәниәт йорттары мөдирҙәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары етәкселәре һәм башҡалар килде.
Йәнле һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар Рузалия Хисмәтуллинаның районыбыҙға күрһәткән ярҙамдарын һанап, башҡарылған эштәр өсөн рәхмәт әйттеләр һәм тағы ла ярҙам итеүен һорап наказдар бирҙеләр. Районыбыҙҙың ветерандар советы рәйесе Алексей Тарасов, Рузалия Сафиулла ҡыҙының ябайлығын, кешелеклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул, беҙҙең ауылдаш кеүек һәр байрамға ла тиерлек килә, беҙҙең проблемалар менән ҡыҙыҡһына, тине.
Районыбыҙҙың почетлы гражданы Раил Әбдрәшитов та был ике кандидатты тик яҡшы яҡтан ғына телгә алды. Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев: “Һеҙҙең ярҙам менән төрлө программаларҙа ҡатнашып, Иҫке Морапталда зыяратты кәртәләнек, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен алмаштырҙыҡ, мәҙәниәт йортобоҙға ла кәрәкле әйберҙәр алдыҡ, спорт майҙансығы эшләнде. Быйыл да программаларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ, Аҡһары зыяратын кәртәләргә уйлайбыҙ. Әле йәнә планлаштырған эштәребеҙ байтаҡ. Беҙҙең ауыл советына ун ауыл ҡарай. Юлдарҙы ремонтлау өсөн аҡса етмәй, Аҡһары ауылындағы Дуҫлыҡ урамына зәңгәр яғыулыҡ үткәрергә кәрәк.
Морапталдағы “Алһыу” балалар баҡсаһына ла ремонт эшләү өсөн байтаҡ сумма талап ителә. Ошо эштәрҙе беҙгә атҡарып сығыр өсөн, Рузалия Сафиулла ҡыҙы, һеҙ ярҙам итерһегеҙ, тип ышанабыҙ”, - тине ул. Керәүле-Илюшкин ауыл советының элекке башлығы Эльза Васильева ла, Керәүле мәҙәниәт йортона ремонт яһауҙа, Павловка мәктәбенә газ үтәкреүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн Рузалия Хисмәтуллинаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм Кинйәбай мәктәбенә ремонт яһауҙа ярҙам итеүен һораны. Районыбыҙ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов депутатыбыҙҙың күп һөйләмәй генә һәр саҡ ярҙам итеүенә ҡыуаныс белдерҙе. Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановский иһә эшләнгән эштәргә байҡау яһаны. Телмәренең һуңында ул юлдарҙы рәткә һалыу өсөн депутатыбыҙҙың ярҙамын һораны.
Сара һуңында уҙған Рәсәй президентын һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән кешеләргә РФ Йәмәғәт палатаһының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ урындағы һәүәҫкәр артистарҙың сығышы ла осрашыуға йәм өҫтәне.


Читайте нас: