ГИБДД һәр саҡ беҙҙе һаҡлап тора, ҡар ни, буран ни, ямғыр ни, хет таш яуһын - айырма юҡ. Кисә район дәүләт автоинспекцияһы сираттағы тапҡыр балаларҙы йөрөткән автобус водителдәрен йыйҙы. Көнө көн һымаҡ түгел, юлда ныҡ һаҡ булығыҙ, тип киҫәтте, кемде йөрөткәнегеҙҙе онотмағыҙ. Һүҙ менән генә барып етмәүе бар тип, ҡағыҙ иҫкәртмә таратты.
- 16 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем “Иғтибар – балалар!” акцияһы бара. Бындай сараларҙы беҙ йыш үткәреп торабыҙ. Һәр кем юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш, транспорттарының төҙөклөгөн дә тикшереп торорға бурыслы, - ти Көйөргәҙе районы буйынса Рәсәй эске эштәр министрлығы бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең өлкән инспекторы, полиция капитаны Айнур Рахманғолов.