Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
16 Ноября 2018, 13:31

БАРЫҺЫ ЛА ЫҢҒАЙ БУЛЫР

Үткән шаршамбы көндө Яманһары ауылында халыҡ менән йыйылыш үтте. Унда район Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова ҡатнашты.

Үткән шаршамбы көндө Яманһары ауылында халыҡ менән йыйылыш үтте. Унда район Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова ҡатнашты.


Йыйылышта урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса етди һөйләшеү булды. Был һорау күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уяталыр, моғайын, сараға халыҡ күп йыйылғайны. Ауыл зыяратын кәртәләү, уның өсөн кәрәк-яраҡтарҙы ҡуйыу өсөн шунда уҡ бәләкәй генә будка яһау мәсьәләһен тикшерҙе яманһарылар. Әгәр улар раҫлаған проект программа буйынса үтһә, киләһе йылда 1 млн. 300 мең һумға тимер бағаналар менән изге урын кәртәләнәсәк, будка ла төҙөләсәк. Яманһарылар ППМИ-ға ярашлы һәр йорттан 3500-шәр һум аҡса йыйырға ла риза булды. “Зыяраттың бетон бағаналары шул килеш, иҫке кәртәһе менән арт яҡты ҡаплап, ал яғын ғына яңынан кәртәләү өсөн аҡсаны аҙыраҡ йыйып булмаймы?” - тигән кешеләр булһа ла, күптәр зыяратты ныҡлап эшләү яғын хупланы. Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова ла: “Эшләгәс бер юлы ныҡлы эшләр кәрәк. Зыяратты тәртиптә тотоу беҙҙең бурысыбыҙ, үлгәндәр бит үҙҙәре тороп тәрбиә урынлаштыра алмай”, - тип халыҡ фекерен хупланы. Хатта ауыл зыяраттарын сит ерҙәгеләр менән дә сағыштырыусылар табылды. Изге урын һәр саҡ матур булһын, ана сит ерҙә зыяраттары хатта парк һымаҡ ҡарала, тине улар.

Һуңғы ваҡытта бар ерҙә лә һөйләнелгән, яҙылған төп темаларҙың береһе - сүп ташыған өсөн яңы йылдан аҡса ала башлау. Ошо проблема ла яманһарыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Сүп ташыған өсөн һәр кешенән 250-шәр тәңкә һыпырасаҡтар, тине бер бабай, бына гәзиттә яҙғандар. Ул йыйылыусылар алдында “Юшатыр” гәзитен болғаны. Уның был һүҙҙәре башҡаларҙы геүләтеп ебәрҙе. Беҙ тыштағы ҡыйҙарҙы мунсаға яғабыҙ, ә аш-һыу ҡалдыҡтарын малға бирәбеҙ. Беҙҙә артыҡ сүп-сар юҡ, тиештеләр улар. Хатта берәү, мин үҙем ҡалала йәшәйем, ә ауылда пропискала торам. Шулай булғас, миңә тегендә лә, бында ла түләргәме, тип аптырашта ҡалды.

- Беҙ үҙебеҙ ҙә был хаҡта борсолабыҙ, - тинеләр йыйылышҡа килгән етәкселәр. - Әле был хәл ителмәгән, өҫтәге түрәләр мәсьәләне киренән ҡарай, хаҡы икенсерәк булыр, бәлки.

Ер мәсьәләһе бигерәк ҡатмарлы Яманһарыла. Ҡасандыр уларҙың ерҙәрен алған МТС хужалығы халыҡты бишенсе нөктәһенә ултыртып китте. Хәҙер А. Аҡбәровҡа бирҙек, унан да әллә ни толҡа юҡ, хәҙер нишләргә, тип шаулашты халыҡ. Сетерекле мәсьәләгә Нәүғәт Хисмәтуллин яуап бирергә тырышты: “Ерегеҙҙе кире алығыҙ, “А7 Агро – БР” предприятиеһына бирһәгеҙ була”, - тине ул. “Ерҙәрҙе нисек кире алайыҡ, документтар А. Аҡбәровта, ә уны тотоп та алып булмай”, - ти халыҡ.

- МТС хужалығы үлде тиһәң дә, тештәре үлмәгән, һаман булһа електе һуралар. Ерҙәр барыбер уларҙың ҡулында, “А7 Агро-БР”ға субарендаға ғына биргән. Бөгөн район хакимиәте башлығы Өфөгә Ер һәм мөлкәт министрлығына ошо МТС хужалығы буйынса мәсьәләне һөйләшергә китте. Барыһы ла ыңғай хәл ителер, тип өмөтләнәйек. 24 ноябрҙә һеҙҙә ер темаһы буйынса ҙур һөйләшеү буласаҡ, шунда А. Аҡбәровты ла саҡырығыҙ, үҙегеҙ ҙә килегеҙ, - тине Нәүғәт Кәлимулла улы. Һуңғы ваҡытта янғындарҙың 60 проценты мунса яҡҡанда һаҡлыҡ сараларын боҙоу арҡаһында сығыуы хаҡында ла һөйләне. - Үтә ныҡ ҡыҙыу яҡмағыҙ мунсағыҙҙы, хәүефһеҙлек хаҡында ла уйлағыҙ. Ут менән һаҡ булырға кәрәк, - тине ул, һүҙен дауам итеп.

Йыйылышта ҡышын урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе лә күтәрелде.

- Мин 40 йыл совхозда эшләп, ҡартайған көнөмдә әҙәм бейеклек ҡар көрәп йөрөргә тейешме? - тип асыуланып әйтте бер бабай. – Был мәсьәләне лә ҡар ныҡлап яумаҫ борон хәл итеп ҡуйырға кәрәк.

Мәйетте һуңғы юлға оҙатҡанда зыярат эсендә эсмәҫкә, тигән һүҙҙәр ҙә яңғыраны сара барышында. Эттәр ҙә үҙәктәренә үткән яманһарыларҙың. Етмәһә, сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, яңыраҡ төнөн бер инәйҙең һарыҡтарын боғаҙлап сыҡҡан кемдеңдер бәйһеҙ эте.

- Көнө буйы бәйҙә ас торған эттәрегеҙҙе төнгөлөккә ысҡындырмағыҙ, - тине быға яуап итеп Нурия Нуриман ҡыҙы. - Зыяратта күбеһе өшөйбөҙ тип эсәләр, йылы будка төҙөлһә, бындай күренеште бөтөрөрҙәр, моғайын. Үткән йыйылышта күтәрелгән автобус йөрөмәү һорауына ла яуап биреп китәйем. Киләһе шаршамбынан йөрөй башлаясаҡ. Шәхси эшҡыуар А. Әйүпов менән һөйләштек. Һәр шаршамбы көндө иртәнге сәғәт 8-ҙә һәм киске 5-тә киләсәк. Зинһар йәмәғәт транспортта йөрөгөҙ, кеше булмаһа, маршрут йәнә туҡтатыласаҡ. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора.

Киләһе йылда “Реаль эштәр” программаһы буйынса обелиск эргәһендә балалар майҙансығы эшләп ҡуйырға, тип тә уйлайбыҙ. Шулай уҡ Ауыл байрамын да үткәрергә планлаштырабыҙ. Шуға алдан уҡ һәр кем үҙ йорто тирәһен тәртипкә килтерә башлаһын, - тине Нурия Нуриман ҡыҙы.

Сара һуңында райондың “Йәшлек” мәҙәниәт йорто артистары әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт булды. Яманһарылар уларҙы көслө алҡыштарға күмде, рәхмәттәр әйтеп, уңыштар теләне.

P.S. Мәҡәләлә Яманһарыла сход булған көндө район хакимиәте башлығының МТС хужалығы мәсьәләһе буйынса Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрына һөйләшергә барыуы хаҡында ла һүҙ барҙы. Был һөйләшеү нисек үткәнен гәзит сығып барғанда белештек.

- Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрына бар мәсьәләне лә аңлатҡан һәм барлыҡ документтарҙы ла ҡалдырған. Яңы министр был мәсьәләне өйрәнергә (республиканың һигеҙ районында ошо проблема) һәм хәлде үҙгәртәсәге хаҡында әйткән, - тинеләр беҙгә район хакимиәтенән. Хәҙер ыңғай һөҙөмтәләр булырын көтөргә генә ҡала.

Был темаға беҙ киренән әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. 24 ноябрҙә Яманһарыла йыйылыш үткәндән һуң ер мәсьәләһе нисек хәл ителәсәге хаҡында яҙылыр.
Читайте нас: