Был аҙнала улар ҙа сход үткәргән, программаға үтеп китә алһаҡ, ауылда нимәне йүнәтәбеҙ, ҡайһы еребеҙ иң ауыртҡан ер? Һыу торбалары инде, тигәндәр бер тауыштан. Бигерәк эшлектән сыҡты торбалар, ә һыу эсмәй йәшәп булмай. Шулай килешкәндәр: һәр йорттан 3 мең һум йыясаҡтар (барлығы 60 мең тәңкә килеп сыға — бәләкәй ауыл өсөн матур сумма). Шулай уҡ ауыл урамдарының ҡараңғыраҡ булыуын телгә алғандар — ҡайһы бер ерҙәрен үткән саҡта күҙ күрмәйенсә абынып йығылырға була. Сходтан һуң яманһарылар кеүек үк кинйәләр ҙә концерт ҡараған, һыуыҡ көндә күңелде йылытты артистар, ти улар.