Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
22 Февраля 2019, 15:52

Башланғыстарыбыҙ тормошҡа ашһын

Был аҙнала Яҡшымбәт ауыл советына ҡараған ауылдарҙа ла халыҡ менән осрашыуҙар үтте. Көндәр буранлы тороу сәбәпле, сходҡа район хакимиәтенән етәкселәр килә алмаған.

Был аҙнала Яҡшымбәт ауыл советына ҡараған ауылдарҙа ла халыҡ менән осрашыуҙар үтте. Көндәр буранлы тороу сәбәпле, сходҡа район хакимиәтенән етәкселәр килә алмаған.

Яҡшымбәт, Көйөргәҙе, Түбәнге Бабалар, Яҙлау, Ҡотлоюл ауылдарында үткән осрашыуҙарҙа халыҡ алдында Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов үткән йылға йомғаҡ яһаны, башҡарылған эштәрҙе барланы.

- Яҡшымбәт ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар урамдарына барлығы 69 яҡтыртҡыс ҡуйҙыҡ. Шуларҙың егермеһе Яҡшымбәт ауылын яҡтыртып тора. 54 меңгә Свердловск өлкәһенән пушка алып ҡайтып ҡуйылды. Урындағы инициативаны яҡлау программаһы буйынса тракторға тағылмалар алынды. Быйыл был программаға ярашлы Абдул зыяратын кәртәләргә уйлайбыҙ. Реаль эштәр программаһы буйынса Яҡшымбәттә һыу торбаларын алмаштырырға ниәтләйбеҙ. Тағы эшләнәһе эштәр күп әле, бар башланғыстарыбыҙ ҙа тормошҡа ашһын, тип теләргә генә ҡала, - тине Юнир Ирек улы.

Шулай уҡ ауыл советы хакимиәте башлығы ҡайҙа, күпме оҙонлоҡтағы юлдарға ремонттар үтеүе, мәҙәниәт усаҡтарының нисек эшләүе, ҡайҙа ниндәй ремонт эштәре башҡарылыуы хаҡында ла бәйән итте йыйылышта. Бөтөн халыҡты борсоған сүп-сар сығарыу мәсьәләһенә лә туҡтаны ул. Ҡоро-һары, йығылған ағастарҙы йыйырға рөхсәт иткән закон хаҡында аңлатты. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү, берәҙәк эттәр йөрөү мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы осрашыуҙа.

Яҡшымбәттә үткән йыйылышта ауыл советы эштәр идарасыһы булып оҙаҡ йылдар эшләгән Рәйлә Аҡһарованы юбилейы менән тәбрикләнеләр. Ауыл советы исеменән Юнир Ирек улы уға изге теләктәр теләп, иҫтәлеккә бүләк һәм Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Читайте нас: