Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
22 Февраля 2019, 16:05

Һорауҙар етерлек

Үткән шаршамбы көндө Керәүле-Илюшкин һәм Павловка ауылдарында халыҡ сходтары үтте. Унда район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов, хакимиәттең муниципаль ер контроле буйынса баш инженеры Рөстәм Байгилдин, райондың гостехнадзор буйынса инспекторы Николай Булгаков, фермерҙарҙан Владимир Марфин ҡатнашты.

Үткән шаршамбы көндө Керәүле-Илюшкин һәм Павловка ауылдарында халыҡ сходтары үтте. Унда район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов, хакимиәттең муниципаль ер контроле буйынса баш инженеры Рөстәм Байгилдин, райондың гостехнадзор буйынса инспекторы Николай Булгаков, фермерҙарҙан Владимир Марфин ҡатнашты.

Осрашыуҙа Нәүғәт Кәлимулла улы халыҡҡа район яңылыҡтарын еткерҙе, булған проблемаларҙы барланы, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты. Фермерлыҡ эшмәкәрлеге, был өлкәлә ниндәй программалар барлығы хаҡында ла ентекле һөйләне. Шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге хаҡында ла иҫкәртте. Халыҡты ут менән һаҡ булырға саҡырҙы.

Артабан һүҙҙе Игорь Ворошилов алды. Ул үҙе етәкләгән ауыл советы буйынса 2018 йылға йомғаҡ яһаны.

- Беҙҙең ауыл советына 12 ауыл ҡарай. Барлығы өс фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Керәүлелә, Павловкала мәктәптәр һәм Кинйәбайҙа башланғыс кластар уңышлы эшләп килә. Белем усаҡтарында барлығы 23 педагог эшләй. Өс балалар баҡсаһы эштәренең дә эше зарланырлыҡ түгел. Керәүлелә мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһына 28 сабый йөрөһә, Павловкала – 26, Кинйәбайҙа 14 бәләкәс тәрбиәләнә. Шулай уҡ биш крәҫтиән-фермер хужалығыбыҙ бар. Ете хеҙмәткәр эшләгән өс мәҙәниәт усағы ла үҙҙәренең алдарына ҡуйылған бурысты намыҫ менән башҡара. Улар ауылдарыбыҙҙа ла, район кимәлендә лә ойошторолған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

2017 йылда ауыл биләмәбеҙҙә барлығы 20 кеше яҡты донъянан китһә, үткән йыл 10 кеше баҡыйлыҡҡа күсте. Яҡты донъя менән хушлашҡандарҙың уртаса йәше - 71,5. Беҙҙең ауыл советында имен булмаған туғыҙ ғаилә иҫәптә тора.

Төрлө эштәр башҡарып торабыҙ. Керәүле ауылы юлына ҡырсынташ түшәлде, соҡорҙарға ремонт эштәре башҡарылды. Ямаш, Керәүле ауылдарында һыу насостарын алмаштырҙыҡ. Шулаҡ уҡ Керәүле-Илюшкин мәктәбенең тәҙрәләрен дә яңырттыҡ.

Етешһеҙлектәр, проблемалар юҡ, тип әйтмәйем. Бергәләп тырышырға кәрәк һәм булған етешһеҙлектәрҙе лә күмәкләп бөтөрөргә тырышайыҡ.

Ауылдарыбыҙҙа ялған араҡы һатыусылар ҙа бар. Кемдәр һатҡандарын беләбеҙ, уларҙы комиссияға саҡыртып ҡаты һөйләшеүҙәр көтә, - тип һүҙен тамамланы Игорь Леонидович.

Шулай уҡ ауыл советы башлығы сүп-сар ташыу мәсьәләһен, урмандарҙағы йығылған, ҡоро-һары ағастарҙы йыйыу буйынса мәғлүмәттәрҙе лә һөйләне.

Павловка халҡын кеҫә телефоны тотмауы борсоно. Игорь Леонидович МТС, Билайн селтәрҙәренең төбәк операторҙары менән һөйләшеүҙәр алып барыуы хаҡында әйтте.

- Әлеге ваҡытта МТС, Билайн бәйләнештәре операторҙары менән һөйләшеүҙәр бара. Үҙҙәрен йыйылышҡа саҡырғайным, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килә алманылар. МТС бәйләнеше булдырыу өсөн халыҡтан ҡултамғалар йыйып, милек менән идара итеү комитетына тапшырырға һәм улар төбәк операторҙарына хат ебәрергә тейештәр. Билайн бәйләнеше операторҙары ауыл биләмәһенең картаһын һоранылар, ебәрҙем. Билайн ҡыйбатыраҡҡа төшә һәм был бәйләнеште һайлаһаҡ, бағана ултыртырға ла кәрәк буласаҡ. Шуға әлегә, ауыртмаған яҡҡа ятыуҙы ҡарарға кәрәк, төрлө яҡлап һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, - тине Игорь Леонидович.

Артабан һүҙҙе фермер Владимир Марфин алды. Ул ерҙәрҙе мал күп тапай, тип халыҡҡа үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе. Ике ауылда үткән сходта ла халыҡтың һорауҙары фермерға ҡарата бер төрлө булды. Уларҙы пай ерҙәре борсоно, теркәү буйынса аңлашылмаусанлыҡтар күп. Дивидент буйынса ла кемеһелер алған, кемгәлер бирмәгәндәр. Пай ерҙәре өсөн һалым түләү мәсьәләһе лә борсой халыҡты. Владимир Валерьевич дивидент буйынса һорауҙарҙы ыңғай хәл итәсәген белдерҙе. Кемдәр алмаған, уларға көҙгө уңыш менән тәү сиратта таратасағын әйтте. Кәрәк саҡта бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеп тороуы, бесән биреүе хаҡында ла халыҡтың иҫтәренә төшөрҙө.

Муниципаль ер контроле буйынса баш инженер Рөстәм Байгилдин үҙ сиратында пай ерҙәрен закон буйынса дөрөҫ итеп теркәү хаҡында мәғлүмәт бирҙе.

Николай Булгаков “Трактор” операцияһы хаҡында һөйләне. Сходта Керәүле-Илюшкин ауыл советы буйынса “Иң яҡшы, төҙөк трактор” конкурсы иғлан итте.
Читайте нас: