Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
26 Февраля 2019, 15:56

Төрлө программаларҙа ҡатнашабыҙ

Районыбыҙ ауылдарында халыҡ йыйылыштары дауам итә. Үткән йома Свобода ауыл советының Тимербай менән Кинйәабыҙ ауылдарында ла үтте йыйылыш.

Районыбыҙ ауылдарында халыҡ йыйылыштары дауам итә. Үткән йома Свобода ауыл советының Тимербай менән Кинйәабыҙ ауылдарында ла үтте йыйылыш.

Унда район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Шамил Зиятдинов, Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова, ауыл биләмәһе участковыйы Илдар Юлдыбаев ҡатнашты.

Сания Миңләхмәт ҡыҙы 2018 йылға йомғаҡ яһап, халыҡты башҡарылған эштәр менән таныштырҙы.

- Ауыл советы буйынса төрлө программаларҙа ҡатнашабыҙ. Үткән йыл урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса Түкән ауылы зыяратын кәртәләнек. Реаль эштәр программаһы ярҙамында Свободала обелиск эргәһен төҙөкләндерҙек. Кинйәабыҙ, Тимербай, Свобода ауылдарына юл ҡағиҙәләре билдәһен ҡуйҙыҡ. Кинйә менән Свободала һыу торбаларын алмаштырҙыҡ.

Үткән йыйылышта Кинйәабыҙ ауылы халҡы балалар майҙансығы һорағайны. Был майҙансыҡты алып ҡайттыҡ, йәйгә урынлаштырырбыҙ, - тине Сания Миңләхмәт ҡыҙы. Шулай уҡ ул һүҙен янғын хәүефһеҙлеге хаҡында иҫкәртеү, һанлы телевидениеға күсеү, кеҫә телефоны бәйләнеше хаҡында һөйләп дауам итте.

Артабан һүҙҙе Тимербай ауылы фермерҙары Айҙар Килмәтов менән Юнир Әкбәров алды. Улар халыҡҡа пай ерҙәре хаҡында һөйләнеләр һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы.

Халыҡ етәкселәрҙән Тимербай менән Кинйә ауылдары араһындағы күперҙе ремонтлауҙарын һоранылар. Шулай уҡ Тимербайға кергән ергә ауыл исемен яҙып элергә кәрәклекте лә әйттеләр.
Читайте нас: