Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
5 Апреля 2019, 13:36

Күреп ултырҙыҡ

Беҙҙең Холодный Ключ ауылында ла халыҡ менән осрашыу үтте.

Беҙҙең Холодный Ключ ауылында ла халыҡ менән осрашыу үтте. Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны, һатып алынған әйберҙәрҙе барланы. Барыһы ла экранда күрһәтелеп барҙы, беҙ башҡарылған эштәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп ултырҙыҡ.

Сходҡа йыйылған халыҡтың һәр кеме үҙ фекерен әйтергә теләне. Йыйылышта ветеринар врач Риф Байғужин һүҙ алды. Ул малдарға укол һалдыртығыҙ, малдарҙы көтөүгә ебәрергә кәрәк, ә ҡарауһыҙ йөрөтмәгеҙ, тип һөйләне. Аҙаҡ һүҙҙе участковый Шамил Сабитовҡа бирҙеләр. Ауылда иҫеректәр күп, тип халыҡ һорау күтәрҙе. “Улар бит эш боҙмайҙар, мин уларҙы бер нәмә лә эшләтә алмайым. Элекке кеүек айнытҡыстар ҙа юҡ. Ә көмөшкәне кемдәр һатҡанын беләм, был эшегеҙҙе һис шикһеҙ туҡтатыуығыҙҙы һорайым”, - тине участковый. Михаил Зверев урамдарҙы таҙартып торғандары өсөн ауыл советына рәхмәттәр әйтте. Йыйылышта һорауҙар ҙа, яуаптар ҙа күп булды. Ауылдаштарым унан бик ҡәнәғәт булып таралышты.
Читайте нас: