Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
19 Апреля 2019, 15:10

Тағы берәү ҡалды

Ошо көндәрҙә Яҡшымбәт ауыл советына ҡараған 11 ауылда халыҡ йыйылыштары үтте. Урта Бабалар ауылында ла киләһе дүшәмбе бындай осрашыуҙы үткәрергә планлаштыралар. Һәр ауылда ла Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов көнүҙәк темалар хаҡында ентекле һөйләне, халыҡ һорауҙарына яуаптар бирҙе.

Бөтөн халыҡты борсоған сүп-сар сығарыу мәсьәләһе һәр ауылда ла күтәрелде. Халыҡ барыһын да аңлап ҡабул итте.

- Беҙҙең ауыл советына 12 ауыл ҡарай, ә әлегә ни бары 5 кенә контейнер бирҙеләр. Уларҙың өсәүһен Яҡшымбәткә һәм ҡалған берешәрен Түбәнге Бабалар менән Көйөргәҙе ауылдарына ҡуйҙыҡ. Башҡа ауылдарға ҡуйыласаҡ урындарын билдәләнек. Контейнерһыҙ ауылдарҙағы халыҡ сүп-сарҙарын йыйып әлегә ҡураларында тотоп машина килгәндә сығарып һаласаҡтар, тип һөйләштек, - тине Юнир Ирек улы.

Шулай уҡ һәр ерҙә гөрләп барған өмәләр хаҡында ла һүҙ булды. Барыһы ла ауылдарын тәртипкә килтерергә һәм ағастар ултыртыуҙа әүҙем ҡатнашырға теләк белдерҙе. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйылыуы хаҡында иҫкәрттеләр. Малдарҙы көтөүгә сығарыу ҙа көнүҙәк мәсьәләнең береһе ине. Ҡайһы бер ауылдарҙа сиратлап көтөргә, ә ҡайҙалыр көтөүсе ялларға һөйләштеләр. Ҡарауһыҙ йөрөгән малдар, берәҙәк эттәр өсөн административ яза буласағы әйтелде. Юл соҡорҙарын ямау, араҡы һатыусыларға штраф һалынасағы, көндәр йылынып һыу ингәндә һаҡ булыу ҡағиҙәләре лә иҫкәртелде халыҡ менән осрашыуҙа.

Яҡупта үткән сходта Ҡорбанғәли Сөләймәнов үҙ теләге менән староста булыуҙан баш тартты. Уның урынына Яҡуп ауылы старостаһы итеп Әнүрбәк Искәндәров һайланды.
Читайте нас: