Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
19 Июня 2019, 09:25

Проблемалар бөтмәне әле...

Керәүле-Илюшкин, Кинйәбай, Павловка ауылдары халҡы күптән инде был проблема хаҡында саң ҡаға. Ниндәй проблема тиһегеҙме?

Керәүле-Илюшкин, Кинйәбай, Павловка ауылдары халҡы күптән инде был проблема хаҡында саң ҡаға. Ниндәй проблема тиһегеҙме? Сураҡай ауылы янынан аҡ балсыҡ ташыусы техника юлдарҙы бөтөрә, тип борсола улар. Был турала улар БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ла мөрәжәғәт иттеләр. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа ла килделәр был һорау менән. Хатта, ауыл халҡы юлды быуабыҙ ҙа, машиналарҙы үткәрмәйәсәкбеҙ, тигән теләктәрен дә белдерҙеләр. Мәсьәләне урында хәл итеү, халыҡҡа аңлатыу ниәте менән шәмбе көнө район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов һәм уның урынбаҫарҙары, белгестәр Керәүлегә үҙҙәре килделәр.

Иң тәүҙә Юлай Талха улы аҡ балсыҡ ташыусыларҙың закон буйынса эш итеүҙәре, закон буйынса был юлдарҙан йөрөргә лә тейеш булыуҙары хаҡында ентекле аңлатты. «Уларҙың лицензиялары ла бар, һалым да түләйҙәр. Юлды быуырға ярамай, был законды боҙоу була. Уның өсөн судҡа бирәсәктәр. Хөкөмгә тарттырһалар, аҙаҡ үҙегеҙгә генә түгел, балаларығыҙға ла зыяны тейәсәк, балаларығыҙ дәүләт эшенә һәм башҡа яҡшы эшкә урынлаша алмаясаҡ. Иң тәүҙә шуны уйлағыҙ. Ермолаевола бер нисә кешегә шулай итеп административ эш ҡуҙғатылды ла инде», - тине Юлай Ильясов сығышында.

Был йыйылышта кеше күп булманы. Кемдәр сход булырын ишетеп белеп ҡалған, шулар ғына йыйылған ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йыйылыш бик ҡыҙыу барҙы.

- Балсыҡ ташыр алдынан тәүҙә юлды әҙерләһендәр ине. Нишләп тәүҙә юлға ҡырсын түшәмәгәндәр һуң? Күперҙәребеҙ аша үтәләр, машиналары 60 тонналап бар, ә күпер янында ошоғаса 20 тонна ғына үтергә ярай тигән билдә торҙо. Хәҙер ул билдәне лә алып ташланылар. Тиҙҙән күперһеҙ ҙә ҡалырбыҙ инде, - тигән ризаһыҙлыҡтарын белдерҙеләр залдағылар.

- Уларҙың ауыл эсендәге юлдан йөрөргә хоҡуҡтары бар. Әммә, һеҙ риза булмағас, урау юлдан йөрөргә мәжбүрҙәр. Урау юлдың юл тигән статусы юҡ, кемдәрҙеңдер пай ерҙәре ул. Күперҙән 100 тоннаға тиклем техника үтә ала. Балсыҡ ташыусыларҙың хужалары һеҙҙең мәктәпкә ярҙам итеп тә торалар бит. Шундай ярҙам итеүселәр күберәк булһын ине лә һуң, - тигән яуап яңғыраны уларҙың һорауҙарына.

- Мәктәп, балалар баҡсаһына ниндәй ярҙам күрһәттеләр әле ул? Бер тапҡыр Яңы йыл байрамына әҙерәк күстәнәс өләштеләр инде, - тинеләр залдан.

Оҙаҡ ҡына был юл мәсьәләһе буйынса ҡыҙыу бәхәсләшеп алғас, керәүлеләр бер килгәндә әйтеп ҡалайыҡ тип, башҡа һорауҙарын да яуҙырҙылар.

- Нишләп беҙгә пай ерҙәребеҙ өсөн дивиденд түләмәйҙәр ул? Өс тоҡ игенде лә алып булмай.

- Судлашығыҙ, үҙегеҙҙең хоҡуғығыҙҙы яҡлағыҙ һуң. Һеҙҙең өсөн кем йөрөһөн.

- Балсыҡ ташыр өсөн рөхсәт биргәндәр, ә бына өй төҙөйөм тиһәң, йылға буйынан ҡырсынташ алырға ла ярамай. Көрәк менән генә ҡырсынташ алып, тәбиғәткә беҙ ниндәй зыян яһайбыҙ икән һуң?

- Көрәк менән ҡаҙып алырға рөхсәт бар. Трактор менән генә ярамай.

- Ташландыҡ ферма тора, уның хужаһы кем ул?

- Ферманың хужаһын беләһегеҙ икән, әйтегеҙ һуң? 19 июндә һеҙҙең менән тағы осрашасаҡбыҙ, шунда уны ла саҡырырбыҙ, һөйләшербеҙ, - тине район башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин.

- Ҡасан беҙҙә кешесә телефон бәйләнеше булыр икән?

- Был һорау менән кемгә генә мөрәжәғәт итмәнек инде. Бөтәһе лә финанс мәсьәләһе менән килеп тоташа. Халыҡ әҙ йәшәгән урында улар бәйләнеш булдырырға бер ҙә генә теләмәйҙәр шул, - тип яуап бирҙе был һорауға Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов.

Ғөмүмән әйткәндә, был йыйылышта һәр бер һорауға район белгестәре яуап бирергә, аңлатырға тырышты.

Был сходта юлдарҙан йышыраҡ грейдер үткәрергә кәрәклеге, телефон бәйләнеше һорауы буйынса яңынан эш алып барасаҡтары, ташландыҡ ферманың хужаһын табып, 19 июндәге яңы осрашыуға алып киләсәктәре, урау юл проблемаһын да хәл итергә тырышасаҡтары хаҡында билдәле булды.

Шулай итеп, 19 июндә тағы ла йыйылыш уҙғарыласаҡ. Керәүлеләрҙең проблемалары бөтмәне әле...
Читайте нас: