Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
20 Августа 2019, 11:25

Өмөт уятты

Отрада ауыл советында ла халыҡ менән осрашыуҙар үтте. Яңы Отрада халҡы инде күптәнән төрлө депутаттарға килеп һораған газ үткәреү проблемаһын тағы бер күтәрҙе.

Отрада ауыл советында ла халыҡ менән осрашыуҙар үтте. Яңы Отрада халҡы инде күптәнән төрлө депутаттарға килеп һораған газ үткәреү проблемаһын тағы бер күтәрҙе. Бында халыҡ аҙ булғанға, уларҙың күбеһе йәй көндәрендә генә йәшәгәнгә газ хеҙмәткәрҙәре беҙгә аҡса түгеүҙән файҙа юҡ, тип, ошоға тиклем газ үткәреүҙән баш тарта килделәр. Бындай бәләкәй ауылдарға хәҙер газ үткәреүҙең яңы ысулын (ҙур һауыттарҙа газ һаҡлау) тәҡдим итеп ҡарарға кәрәклеге хаҡында әйтеп, район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов халыҡта аҙ булһа ла өмөт уятты. Шулай уҡ Яңы Отрада халҡы автобус туҡталышын ауылға яҡыныраҡ шылдырып ҡуйыуҙы һорай.

Сходта Яңы Урал ауылында йәшәүселәр Ермолаевоға тиклем тротуар кәрәклеген белдерһәләр, Иҫке Отрада халҡы, киреһенсә, тротуар менән ҡәнәғәт түгелдәр. Иҫке Отрада халҡы ауыл башына туҡталыш, зыяратты кәртәләргә кәрәклеге хаҡында ла белдергән.
Читайте нас: