Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
27 Августа 2019, 11:36

Һәр кемгә үҙенеке ҡәҙерле

23 августа район етәкселәре, был юлы район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясов уҡытыусыларҙың август конференцияһына бәйле йыйылыштарға килә алмаһа ла, ауылдар буйлап йөрөүҙе дауам итте.

23 августа район етәкселәре, был юлы район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясов уҡытыусыларҙың август конференцияһына бәйле йыйылыштарға килә алмаһа ла, ауылдар буйлап йөрөүҙе дауам итте. Ялсыҡайҙа был көндө үҙенә күрә байрам булды: пенсия килтергәндәр. Һәммә оло халыҡ клубта. Бында ҙур тормош ҡайнай, пенсия килгәс, бурыстар йыйыу бара, ошонда тотмаһаң, кешене башҡа ерҙә тотоп булмай. Һыуға ла йыялар аҡсаны, яңыраҡ малдарға прививка яһағандар икән, уның өсөн дә һорайҙар. Магазиндан кем яҙҙырып алған, уларҙы ла ҡарауыллайҙар. Ошо мәлдә райондан да килде вәкилдәр - район Советы сәркәтибе Әхәт Исламғолов һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Зөбәйеров. Улар ҙа, халыҡты башҡа ваҡыт бергә тотоп булмай тип, уңайлы мәлде һайлағандар.

Йыйылышты Таймаҫ ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Филүзә Вәлидова башлап ебәрҙе. Сүп реформаһы тураһында ауыл халҡының иҫенә төшөрөп, «Ялсыҡай ауылы матур, урамдарҙа сүп-сар аунап ятмаһын», - тине. Шулай уҡ, яңы сыҡҡан «Айыҡ ауыл» программаһына заявка бирергә тәҡдим итте.

Ауылдың проблемалары йылдар буйы һуҙылып килә: юл, телефон тотмауы, урамға ятҡан полицейский һалыу (урам буйлап ендәй саба машиналар, бала-саға бында күп уйнай), күперҙең емерек булыуы. Мәктәптә ике уҡытыусынан берәүҙе генә ҡалдырғандар, башланғыс кластарҙа уҡыған балалар һаны - 17. Бер уҡытыусы анау сама балаға белем бирә алырмы икән? Ҡалғандары ла, тимәк, китеп бөтәсәк. Шунан ауыл бөтмәҫ тип кем гарантия бирә ала? Яңы Таймаҫ гимназияһына йөрөп уҡыған балаларҙы ла ҡушһаң, Ялсыҡай уҡыусылары күп булып китә. «Таймаҫтар үҙҙәре балаларын ситкә ебәрә, беҙҙең балалар менән мәктәптәрен тултыра. Бына шул ғәҙелме?» - тип борсолдо халыҡ.

«Бала табығыҙ күберәк итеп, унда мәктәп тә булыр, башҡаһы ла», - тип мәрәкәләне Ә. Исламғолов.

- Ул баланы беҙ - әбейҙәр табайыҡмы ни? Тапҡанын табып бөттөк бит инде. Ә йәштәр нимә тип бала тапһын - эш юҡ. Нищету разводитмы ни? - тип яуапланылар.

Интернет мәсьәләһен дә күтәрҙеләр: «Асам тиһәң, асып булмай. Нимә өсөн беҙ 450 һум түләйбеҙ! Нимә тиһәк тә, «Ну отключите тогда», - ти ҙә ҡуялар».

- Йыйылышта етәкселәр халыҡ һорауҙарына яуап бирергә тырышты. Интернет, ауыл тау араһында урынлашҡан өсөн, насар эшләй, МТС, Билайн, Мегафон бәйләнештәрен булдырыу өсөн заявка бирелде. Юл булыр, түҙегеҙ, - тине Әхәт Исламғолов.

- Юлай Талха улы Ильясов Радий Хәбиров янына барып ҡайтты, бер нисә йылдан асфальт яйлап һалыныр. Бығаса ун йыл буйына ауылдар араһындағы юлдарға 100 метр ҙа асфальт һалынманы, районығыҙ һорай белмәгән инде, тип әйтәләр. Ю. Ильясов спиртзаводты иген эшкәртеү буйынса заводҡа әйләндереү тәҡдимен дә әйтте. Алла бирһә, эш урындары ла артыр. Иң мөһиме — һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашығыҙ. Һайлау сифаты һайлауҙарҙа ҡатнашыусылар һанына бәйле. Ни тиклем әүҙем булһағыҙ, районыбыҙ тормошо шул тиклем тиҙерәк яҡшы хәлгә күтәрелер, - тине етәкселәр.

Яңы Таймаҫта ла тормош гөрләй, бында ла пенсия тараталар икән. Һайт тигәнгә тайт тип, төрлө сепрәк-сапраҡ магазиндары ла килеп баҫҡан. Һәр кемгә үҙенеке ҡәҙерле тигәндәй, таймаҫтар ҙа силсәүиткә дәғүәләрен әйтте: гелән Ялсыҡайҙы ҡарайһығыҙ, элекке силсәүит тә шулай булды, хәҙер һеҙ ҙә шулай. Ялсыҡайҙа С. Юлаев урамына ҡырсын түшәйбеҙ, тиһегеҙ, беҙҙәге Октябрҙең 70 йыллығы урамына кереп ҡарағыҙ, йөрөрлөк түгел, уттары ла янмай. Сүп мәсьәләһенә килгәндә, квитанцияла ауылда йәшәмәүсе йә бөтөнләй үлгән кеше өсөн дә түләү хаҡы килә, етмәһә, нимәгәлер суммаһы артыҡ, — тип, ауыл халҡы хатта квитанцияларын да тотоп килгән.

Уларҙың һорауҙарына яуап бирер өсөн «Эко-Сити» ойошмаһы вәкилен саҡырғандар. «Ғаилә составы тураһындағы белешмә менән беҙгә килегеҙ, ҡабат иҫәпләү эшләрбеҙ, ярҙам итербеҙ, бергә йәшәмәгән туғанығыҙ өсөн бурыс йыйылып килә, тип борсолмағыҙ», - тине был вәкил.

Таймаҫ ауыл хакимиәте башлығы Ильяс Искәндәр улы Юлдыбаев менән дә әңгәмәләштеләр. Ҡыҙыҡ халыҡ һеҙ, ялсыҡайҙар, Таймаҫты ғына яратаһығыҙ, тиһегеҙ, һәр саҡ киреһен һөйләйһегеҙ, һеҙгә ай ҙа ярамай, ҡояш та ярамай. Нисәмә лампочка алмаштырылды, артабан да алмаштырыласаҡ. Сүп проблемаһы яйлап хәл ителеп килә, контейнерҙарҙы үҙебеҙҙең районда эшләйҙәр, тиҙҙән улар ауылда тағы ла күбәйер, тик сүп түккәндә, әҙәмсә итеп түгегеҙ, атыу йә үлгән тауыҡ ята, йә ярты һыйыр кәүҙәһе. Яндыра торғанын өйөгөҙҙә яндырығыҙ. Гел яман яҡты ғына күрергә тораһығыҙ, яҡшы яҡты ла хет әйтегеҙ. ФАПты балалар баҡсаһына күсерәйек, тинек, юҡ, имзалар йыйып, ялыу яҙҙығыҙ. Ярар, күсмәһен, ти, тора-бара ФАП бөтөнләй ябылһа, нишләйбеҙ? - тине Ильяс Искәндәр улы. (Район башлығының Һаулыҡ һаҡлау министрынан Таймаҫ өсөн модуль ФАП һорағанын әлегә белмәй ине халыҡ).

Бына шундай күҙгә-күҙ ҡарашып, эсендәге тышында тигәндәй, үҙҙәрен борсоған бар мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү булды ике ауылдың да йыйылыштарында. Шуларҙан сығып Ялсыҡай, Яңы Таймаҫ ауылдары халҡы менән урындағы власть органдары берлектә тормошто һәр йәһәттән дә яҡшыртыу өсөн ең һыҙғанып бергә эшләрҙәр, тип ышанаһы килә.
Читайте нас: