Аҡһарылар ҙа етәкселәр менән осрашыуҙы көтөп кенә торғандар. Кәрәк тигәйнеләр, тып итеп сходҡа килде лә ултырҙылар. Район советы секретаре Әхәт Исламғолов менән Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев халыҡ алдында сығыш яһаны. Башҡа ерҙәрҙәге кеүек үк проблемалар һеҙҙә лә бар, тинеләр. Ауыл советы буйынса башҡарылған дөйөм эштәр менән таныштырҙылар, төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын да әйттеләр.
Аҡһарыларҙың да һорауҙары күп булды етәкселәргә.
- Көтөүлек ерҙәребеҙ әҙ беҙҙең, күрше ауылдар бөтә ерҙәрҙе алып бөттөләр. Трассалағы отбойниктар нимәгә ул, зыяндан башҡа файҙалары юҡ. Федераль трассаға автобус туҡталышы яһап ҡуйҙылар, селтәрҙән, ямғыр йә буран ваҡыттарында нимә эшләргә бәҙрәфкә кереп көтөргәме автобусты? Тимер юл яғында йәшәгән кешеләр нисек йөрөргә тейеш, унда юл яһамағандар. Һөттө ниңә сит кешеләр йыя икән, етмәһә, бигерәк арзан, бер литрын ни бары 13 һум менән алалар. Клуб та асылмай. Йәштәргә йәй буйы мәҙәниәт йорто бикле торҙо, - кеүек һорауҙар борсоно ауыл халҡын.
- Дуҫлыҡ урамына ҡасан зәңгәр яғыулыҡ үтер? Биш йыл инде был һорау буйынса йөрөйбөҙ, мәсьәлә урынынан да ҡуҙғалмай. Мин алты баланы нисек ҡарарға тейеш? - тине күп балалы әсә, борсолоп.
Башҡа ауылдарҙағы кеүек сүп ташлау проблемаһы ла ситтә ҡалманы йыйылышта.
- Көтөүлек ерҙәре буйынса хужалыҡ рәйесе менән һөйләшербеҙ. Башҡа һорауҙарҙы ла хәл итергә тырышырбыҙ, кәрәкле урындарға хаттар яҙырбыҙ, - тип халыҡты тынысландырҙы Аскар Исат улы.
Мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн әлеге лә баяғы аҡса кәрәк. Дуҫлыҡ урамына газ үткәреүҙе планға керетегеҙ, - тине Әхәт Әхтәм улы.
Йыйылыш һуңында Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан Миҙхәт Шәрипов менән Нуриман Ҡөлмөхәмәтовҡа миҙал тапшырҙылар.