Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
6 Сентября 2019, 11:09

«Ер — тауар»

Яманһарыла пай ерҙәре буйынса йыйылыш үткән. «А7-Агро» хужалығына субарендаға алған пай ерҙәре буйынса мәсьәлә ҡаралған бында. Шулай уҡ пайсыларға дивиденд түләнмәү проблемаһы ла тикшерелгән.

Яманһарыла пай ерҙәре буйынса йыйылыш үткән. «А7-Агро» хужалығына субарендаға алған пай ерҙәре буйынса мәсьәлә ҡаралған бында. Шулай уҡ пайсыларға дивиденд түләнмәү проблемаһы ла тикшерелгән. Ябай булмаған ер менән бәйле мәсьәләне беҙгә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин аңлатты:

- Ер мәсьәләһе ябай түгел шул, ныҡ ҡатмарлы. Яманһарыла үткән пайсылар йыйылышы ла бик ҡыҙыу барҙы. Күпме генә аңлатһаң да, халыҡҡа ер менән бәйле проблемаларҙы аңлатып бөтөп булмай. Ерҙе ҡулланалармы-юҡмы, ул ерҙәрҙе арендаға алған хужалар барыбер дивиденд түләргә тейеш. Ошо турала ла һүҙ булды йыйылышта. Халыҡҡа нисәмә йылдар аңлата киләбеҙ, пай ерҙәре булһынмы, сабынлыҡ йәки көтөүлек ерҙәре булһынмы, барыһын да рәсмиләштереп, кәрәкле документтар эшләргә кәрәк. Әммә барыбер күптәр аңламай. Әле сәсәм йә, булмаһа, был фермала малдарҙы аҫырайым, иртәгә лә шулай булыр, тип уйлай. Ә ере лә, фермаһы ла һаман булһа рәсмиләштерелмәгән. Бына Яманһарының ғына күпме ере буш ята. Яҡынса 450 га пай ерҙәре бөтөнләй эшкәртелмәй. Бөтәһе бергә 600 га самаһы ер сәселмәй. МТС теге заманда, йөрөргә йыраҡ тип, сәсмәне лә ҡуйҙы. Бына әле «А7 Агро» килде лә ул, уларҙың да ҡулы бәйләнгән - ерҙәргә хужа түгелдәр, шулай булғас, Көйөргәҙегә инвестицияһы ла юҡ. Бына улар Ейәнсурала малдар ҙа алдылар, яланға һыу һибә торған агрегаттар ҙа ҡуйҙылар, ерҙәрен дә бынамын тигән итеп эшкәртәләр. Бер гектарға яҡынса 240 мең һум аҡса кереттеләр. Беҙҙә лә шулай итерҙәр ине, үҙҙәре субподрядсы булып ҡына йөрөйҙәр. Ерҙәрҙе оҙайлы арендаға алмайынса уларға бында аҡса түгеү файҙа килтермәй. Ер - бөгөн тауар. Шуны аңлаһын ине барыһы ла. Яманһарының бына был ерҙәре буш (Саңныйорт), был ерен дә үлән баҫҡан (Йондоҙ урманы яны), Бағырлының өҫтө лә ташландыҡ.

Район башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин менән компьютер экранына текәлдек, тыуған ерҙәрҙе шулай визуаль ғына күҙәттек - тыуып үҫкән ялан-ҡырҙар буйлап йүгереп килгәндәй булдыҡ. Һәм күңелде һағыш баҫты.
Читайте нас: