Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
1 Ноября 2019, 20:54

Мәңгелләштереү

Үткән кесаҙна көндө Яманғол ауылында ҙур ваҡиға булды. Ситтән ҡараған кемгәлер, бәлки, был әллә ни бөйөк эш тип күренмәҫ, яманғолдар өсөн иһә, хәл башҡасараҡ - һүҙ уларҙың данлыҡлы яҡташы Раил Байбулатовтың атаһы Фәтхелислам Байбулатов хаҡында бара. Фәтхелислам бабай билдәле уҡытыусы ғына түгел, һуғыш ветераны, төрлө миҙалдары бар, Депутат та булған. Әле бына ауылдаштар ауыл башлығы Галина Майорова менән бергә йыйылған да ошондай һүҙ күтәргән: билдәле шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштерергә ине.
Сынтимер МӨРСӘЛИМОВ, Яманһары ауылы:
- Йәй көндө ауылыбыҙҙа класташтарым менән осрашыу үткәргәнебеҙ хаҡында гәзиткә яҙғайным. Шул осрашыуҙа уҡытыусыбыҙ Фәтхелислам Байбулатовтың исемен мәңгелләштереү буйынса “Мәктәп” урамына уның исемен биреү хаҡында һөйләшкәйнек. Аҙаҡ ошо тәҡдим менән ауыл советы хакимиәте башлығы исеменә үҙебеҙҙең ҡултамғаларыбыҙ ҡуйылған хатты ла тапшырҙыҡ. Бына ошо мәсьәлә буйынса ауылда йыйылыш үткәрҙек тә инде. Тик был урамда йәшәгән йәштәр ҡаршы төштө, урам исеме алмашынһа, йәнәһе, документ эше лә күбәйә, тип ҡурҡалар улар. Шулай ҙа мемориаль плита ҡуйырға һәм аллея булдырырға тип һөйләшелде йыйылышта. Аллеяға ағастар ултыртыуҙы ауыл советы хакимиәте башлығы Галина Майорова үҙ өҫтөнә алам тине. Мемориаль плита яһатыу хаҡтарын белешеүҙе миңә йөкмәттеләр. Ауылыбыҙ халҡы менән күмәкләп аҡса йыйылып был изге эште атҡарып ҡуйырға ине. Фәтхелислам ағай ошо “Мәктәп” урамында йәшәгән йәштәрҙе уҡытмаһа ла, уларҙың ата-әсәһен, хатта олатай-өләсәйҙәрен дә уҡытҡан. Уның исмен беҙ һис шикһеҙ мәңгелләштерергә бурыслыбыҙ. Хатта уның тураһында китап та сығарырға була, кәрәк булһа был яуаплылыҡты ла үҙ өҫтөмә ала алам.
Читайте нас: