Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
8 Ноября 2019, 14:37

Биш йылға маҡсат итеп

Кисә Өфөлә «Башҡортостан Республикаһы үҫеше» стратегик сессияһы уҙҙы. Унда Көйөргәҙе районынан ҙур делегация ҡатнашты.
Сессия сиктәрендә Башҡортостандың көньяҡ райондары үҫеше проблемалары һәм уны хәл итеү юлдары, төбәктең иҡтисади һәм социаль үҫеше, иҡтисади үҫешкә эре предприятиеларҙың йоғонтоһо тураһында төрлө һөнәр эйәләренең ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеү булды. Стратегик сессияла шулай уҡ Республика Башлығы Радий Хәбировтың «сентябрь указы»нда билдәләнгән мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Сарала Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Әхәт Мостафин, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев, БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов, Туризм буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов һәм башҡалар ҡатнашты.
Стратегик сессия башында БР Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙен уҡып ишеттерҙеләр.
- Был стратегик сессияла киләһе 5 йылға иң мөһим мәсьәләләр булып торған милли проектҡа бәйле һорауҙар ҙа ҡарала. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, һаҡлау һәм һатыу селтәрен көйләү мәсьәләһе бөгөнгө көндә иң мөһиме. Шулай уҡ туризм өлкәһендә лә беҙҙең перспективалар бар. 5 йыл эсендә беҙ иң яҡшы туристик инфраструктура булдырырға тейешбеҙ. Республиканың көньяҡ зонаһының мөмкинлектәре ҙур. Уны үҫтерергә генә кәрәк буласаҡ, - тигән сәләм ебәргән Радий Фәрит улы.
Пленар өлөштә сығыш яһаусы район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов ошо стратегик сессияны үткәреү идеяһының нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында бәйән итте:
- Беҙҙең район командаһы апрель айынан ғына башлап эш башланы. Райондың хәле менән танышып, уның мөмкинлектәрен өйрәнгәс, беҙҙең алға: «Артабан район үҫеше өсөн ниндәй йүнәлештә барырға, үҫеш стратегияһы нимәлә?» - тигән һорауҙар баҫты. Бар республика майҙанының 1,56%-ын ғына тәшкил иткән бәләкәй генә муниципаль райондың үҙендә генә айырым нимәлер планлаштырып булмай икәне билдәле, әлбиттә. Бөгөнгө көндә, күрше территориялар менән бәйләнеш һәм кооперация булдырмайынса, ниндәйҙер үҫеш тураһында уйлап та булмай. Өфө-Ырымбур трассаһы буйында урынлашҡан райондар менән беҙең иҡтисади структуралар, тәбиғәт-климат шарттары оҡшаш. Беҙҙең проблемалар һәм хужалыҡ алып барыу ҙа бер иш, - тине ул һәм 156 йыл элек Ермолаевола Ипполит Шотт төҙөгән араҡы ҡыуыу заводы, аҙаҡтан уның билдәле Ермолаево спирт-араҡы заводы булып китеүе хаҡында һөйләп үтте.
- Көйөргәҙе районына килгәндә инде, бында Көньяҡ-Урал эре күмер ятҡылығының 160 млн. тоннанан ашыу күләме булған һоро күмер бассейны бар. Әлеге көндә беҙ ошо базала юғары технологиялы күмер химияһы етештереү эшен яйға һалырлыҡ инвестор эҙләйбеҙ, - тип дауам итте Юлай Талха улы һүҙен һәм артабан ауыл хужалығы проблемаларын ентеклерәк яҡтыртты:
- 2019 йылда Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Федоровка райондарында һәм шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән һәм Октябрь райондарында барлығы 556,1 мең тонна иген йыйып алынды. Шул уҡ ваҡытта Ермолаевонан 35 км арауыҡта ятҡан Мәләүез элеваторының ҡеүәте 75 мең тонна, 67 км алыҫлыҡтағы Ергән элеваторының ҡеүәте 78 мең тонна, ә 230 км алыҫлыҡта булған Дәүләкән элеваторының ҡеүәте 25 мең тонна. Был иген һаҡлағыстарҙың барыһын бергә иҫәпләһәң, 178 мең тонна килеп сыға һәм ошо территорияларҙа тәҡдим иткән игендең өстән бер өлөшөн генә эшкәртеү мөмкинлегенә эйә. Ҡалған игенде ҡайҙа алып барырға һуң? Әллә күпме яғыулыҡ яндырып, йыраҡ араларға ташырғамы? Шуға күрә лә беҙгә яҡын тирәлә, йәғни республиканың көньяғында, өҫтәмә иген эшкәртеүсе производство булдырыу талап ителә.
Ермолаево спирт-араҡы заводына әйләнеп ҡайтҡанда инде, бик күп йылдар буйы төп предприятие булып торҙо ул. Ваҡытында унда 400-гә яҡын кеше эшләгән. 2013 йылда заводты ябып ҡуйҙылар. Һөҙөмтәлә был нимәгә килтерҙе? Беренсенән, район иҡтисадына зыян килде. Район бюджеты 10 млн һум һалымһыҙ ҡалды. Икенсенән, ауыл хужалығы зыян күрҙе. Спирт заводынан ҡалған төп һәм арзан мал аҙығы барда булмағас, районда 14,2%-ҡа һыйыр малы, 22,9%-ҡа ит һәм 10,1%-ҡа һөт етештереү кәмене. Барданы күрше райондар ҙа ҡулланды, шуға күрә унда ла ошо уҡ хәл күҙәтелде. Өсөнсөнән, демография күрһәткестәре лә түбәнгә тәгәрәне. Кешеләр ғаиләләре менән ситкә сығып китте. Әлеге көндә заводтың цехтары яҡшы килеш, әммә тик тора..., - тип, Юлай Талха улы стратегик сессияла ҡатнашыусыларға ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү предприятиеһының мөһим булыуы хаҡында аңлатты.
Пленар өлөштән һуң сарала ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәл артында республиканың көньяҡ өлөшөндә социаль-иҡтисади үҫеш, юл буйҙарындағы һатыу нөктәләре сервисы, республикала туризмды үҫтереү темалары тураһында әңгәмәләштеләр.
Яңы Морапталдағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы директоры Альфира Ниғмәтуллина туризм буйынса ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты һәм унан алған тәьҫораттары менән бүлеште:
- Беҙҙең яҡтарҙа туризм өлкәһендә ниндәйерәк эштәр башҡарырға була, шул турала һөйләшеү булды. Был түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашырға теләк белдереүселәр иң күбе ине. Бик матур, төплө фекерҙәр яңғыраны бында. Ермолаевоның 1-се мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Елена Яковлева Көйөргәҙе районының барлыҡ иҫтәлекле урындарын барлап сыҡты. Һәр сығыш яһаусы туризм өлкәһендә уңыштар буласағына ҙур өмөт бағлауы һәм киләһе йылдан уҡ был эште яйға һалырға, әйтелгәндәрҙе һүҙҙә генә ҡалдырмаҫҡа, ә тормошҡа ашырырға теләк белдереүҙәре бигерәк тә оҡшаны. Беҙҙең яҡтарҙа Яҡут тоҙло күленә, Сураҡайға һәм шулай уҡ районыбыҙҙың бик күп данлыҡлы, бай тарихлы музейҙарына сәйәхәт ойоштороу буйынса фекерҙәр яңғыраны. Район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Көйөргәҙе районының федераль трассаға яҡын урынлашыуының туризмды үҫтереү өсөн яҡшы күренеш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Районда туризмды үҫтереүгә теләге ҙур икәне уның һәр һүҙендә яңғыраны. Хәҙер бының өсөн инвесторҙар йәлеп итергә кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ үҙебеҙ, барлыҡ район халҡы ла, был эшкә тос өлөш индерергә, һәр яҡлап ярҙам итергә тейеш, тигән фекерҙәр ҙә әйтелде.
Розалия НАЗАРОВА
Читайте нас: