Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
15 Ноября 2019, 11:50

Төҙөкләндереүгә бирҙеләр

Күптән түгел ҡаланың “Күмерселәр” мәҙәниәт һарайында ла урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса йыйылыш үтте. Муниципаль автономиялы учреждениеның “Концерт-театр” берекмәһе ошо программала ҡатнашыу буйынса йомғаҡ яһалған йыйылышта барлығы 70-тән артыҡ кеше ҡатнашты. Улар иң проблемалы булған урындарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәрҙе.
Сарала инициатив төркөм булдырылды һәм “Рассвет” мәҙәниәт йортонда тәҙрәләрҙе алмаштырыу, “Концерт-театр” берекмәһе учреждениеларына яҡтылыҡ ҡорамалдары һатып алыу проекттары өсөн тауыш бирҙеләр.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: