Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
15 Ноября 2019, 11:47

ҠУЛДАР ӨҪТӘ, БАШТАР ЮҒАРЫ БУЛҺЫН

ППМИ программаһы районда 2016 йылдан бирле эшләп килә. Ошо үткән йылдарҙа был программа буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды: күбеһе зыяратын рәтләтте, кемдер машина, трактор ала алды. Булғаны булды, киләсәккә ҡарап йәшәргә кәрәк, киләһе йылда ла был йәтеш программанан ситтә ҡалмаҫҡа иҫәп, шулай уйлап, Бахмут халҡы йыйылышты.
Ауыл башлығы Нурия Шәрипова дәртле баҫып йөрөй, изге эш эшләйҙәр бит - ауыл биләмәһенә пожар машинаһы алырға тигән план бар, етмәһә, бына халыҡ та күпләп килгән. Юҡһа, башҡа ваҡыт сходҡа эт менән баҫтырһаң да килтереп булмай. Дөрөҫ, бөгөн пенсияһын да тараталар таратыуын. Ауыл халҡын күрәм тип, райондан хакимиәт башлығы урынбаҫары Айрат Зөбәйеров, башлыҡ ярҙамсыһы Роман Осокин, юрист Әлфиә Рафиҡова, ер контроленән Рөстәм Байгилдин да килгән. Сход башында уҡ Нурия Нуриман ҡыҙы ошо хаҡта әйтте: силсәүиттә саҡ тын алып йөрөгән пожар машинаһы бар, уныһы ла теркәлмәгән, законлы түгел, беҙгә киҫекмәҫтән яңы янғын һүндереүсе машина кәрәк. Халыҡтың аңына пожар машинаһының ныҡ кәрәк икәне нығыраҡ барып етһен типме, машина һүрәтен йыйылыш бөткәнсе экрандан күрһәтеп торҙолар. Был машинаның (УАЗ) хаҡы 1,5 млн. һум. Барлыҡ ауылдар бергә аҡса йыйһа, йорт башына 1300 һум бирергә кәрәк буласаҡ. Беләбеҙ, аңлайбыҙ, аҡса менән ныҡ ҡыйын заман әле, шулай ҙа янғындан һаҡаланам тиһәң, башҡаса юлы юҡ, ана яманһарылар быйыл, ыһ та итмәй, ППМИ-ға 3,5 мең сығарҙы ла һалды.
Машина булғас, уны өшөтөп, тышта тотоп булмай, Реаль эштәр тигән тағы ла бер шәп программа бар бит, ана шул программа ярҙамында мәктәптең мастерскойын ремонтлап, йылытып алабыҙ һәм ул УАЗик өсөн бынамын тигән гараж буласаҡ.
- Аҡсаны бер Бахмут ҡына йыямы ни, силсәүиттең башҡа ауылдары нишләй?
- Ныҡлап тыңлап ултырығыҙ, янғын машинаһы бар силсәүит өсөн, ниңә Бахмут ҡына йыйһын – барлыҡ ауылдар ҙа йыя. Аңлайбыҙ, аҡса менән ҡыйын заманда йәшәйбеҙ, икенсе яҡтан алып ҡарағанда, 1300 һум күп аҡсамы ни, янғын булһа, бер нимәбеҙҙе ҡалдырмай бит, ә былай, янда машинабыҙ була, килә лә һәғәт тә утты һүндерә. Ана, Таймаҫ силсәүите былтыр алды ошондай машина, хәҙер рәхәтен күрәләр.
Урындан тороп бер нисә кеше ошо фекерҙе ҡеүәтләне: эйе, ныҡ кәрәк техника был, нимә тип бәхәсләшеп ултырабыҙ, әйҙә, тауышҡа ҡуяйыҡ та, эште оҙаҡҡа һуҙмайыҡ. Пожар машинаһы кәрәк тип ҡулдар өҫкә дәррәү күтәрелде.
Сходта ер мәсьәләһе ныҡ тауышлы булды, бахмуттарҙы МТС хужалығы ҡаҡ ергә ултыртып китте, уларҙың касафаты һаман бөтмәй, яңы хужа - АГРО 7 РБ субподрядчик, пай ерҙәре өсөн ашлыҡты аҙ бирә тип ғауғалаштылар, ана. Ырымбур өлкәһе Разномойка ауылында ашлыҡты алдарында ҡалғансы итеп, ҡутарып бирә, ә беҙгә ике тауыҡлыҡ ем бирәләр ҙә вәссәләм. АГРО 7 РБ-ның урындағы етәксеһе Руслан Таңатаров бармаҡтарын бөкләп тигәндәй аңлатты, шунса гектар еребеҙ бар, шунса центнер ашлыҡ алдыҡ, барлыҡ уңыш бөтә ер гектарына ҡарап бүленә лә баһа, шуға аҙыраҡ сыға, һеҙ үҙегеҙҙең файҙаны ғына уйлайһығыҙ.
- Килешеүҙә уңыштың 5%-ын бирергә тип яҙылған, шулай булғас, тейешле емде бирегеҙ, - тип даулашты халыҡ.
Ер конторленән Рөстәм Байгилдиндың да, йәмәғәт һаман аңламағас, тауышы күтәрелде:
- МТС бында һаман хужа, уларҙың ерҙәрен алыу өсөн судтар һаман бара, яңы хужалыҡ ярай әле ерҙәрегеҙгә сәсә, ана, Керәүлелә ерҙең хужаһын ике йыл эҙләйбеҙ - таба алмайбыҙ, шыш та юҡ, быш та юҡ,
- Ә Разномойкала ниңә дивидентты күберәк бирәләр?
- Уларҙың пай ере 12 гектар, ә һеҙҙә - 7 гектар, шуға уларға бирелгән ашлыҡ та күберәк.
- Беҙгә, етмәһә, доход өсөн тип һалым килә, ниндәй доход булһын беҙҙең?
- Һалым түләү – кешенең изге бурысы, бар дәүләттәр ҙә ошо һалымдарға таянып йәшәй. Хет ике тауыҡлыҡ булһа ла ем биргәндәр икән, был барыбер һеҙҙең килем, тимәк, һалым түләргә тейешһегеҙ.
Роман Осокин да һүҙгә ҡушылды:
- Күпме һорау күтәрәһегеҙ, барыһы ла телдә генә ҡалһа, файҙа юҡ, ҡағыҙға төшөрөгөҙ барыһын да.
- Сход һайын протокол тултыралар, шул ҡағыҙ түгелме ни? Бына быныһын да яҙығыҙ: сотовый телефон элемтәһен эшләйбеҙ тип һайлау һайын вәғәҙә итәһегеҙ, Керәүлеләр, ана, рәхәтләнеп сотовый менән һөйләшә, шап итеп эшләне лә бөттөләр, ә беҙҙә һаман юҡ, киләһе һайлауҙарҙы көтәбеҙме?
Нурия Шәрипова йәнә тороп баҫты:
- МТС менән килешеү күптән төҙөлдө, телефон бағанаһын ҡуя торған ойошма ла булды, октябрь айында уҡ эште тамамларға тейештәр ине, бына үҙегеҙ күрәһегеҙ һаман булһа телефондан ҡыйыҡ башына менеп һөйләшәбеҙ. Подрядчик ғинуарҙа тамамлайым ти бағана ҡуйыуҙы, барлыҡ ҡорамалдар һатып алынған, ҡыш көнө ҡар кисеп нисек эшләргә уйлайҙарҙыр, шулай ҙа был мәсьәлә тураһында онотҡан юҡ. Һәр саҡ төрткөләп торабыҙ.
- Красный Восток ауылы барлығын да онотмағыҙ, унда ней газ юҡ, ней юл юҡ.
- Ашаған белмәй, тураған белә, Красный Востокты нисек онотайыҡ, квартал һайын бирелеп торған Президент аҡсалары һеҙгә китте, зыяратығыҙҙы ремонтланыҡ, башҡа ауылдар бының өсөн үҙҙәре аҡса йыйҙы, һеҙгә йыйырға тура килмәне. Юлығыҙ былтыр ремонтланды, күперегеҙ ҙә рәтләнде. Дөрөҫ, был ремонт файҙаһы оҙаҡҡа барманы, киләсәктә тағы ла юлды ҡарарға кәрәк буласаҡ. Ҡышын юлығыҙҙы ҡарҙан таҙартып торасаҡбыҙ, бына АГРО 7 менән килешеү төҙөнөк. Яманһары ауылында ғына бер фермер үҙе таҙартасаҡ, ә ҡалған ауылдарҙы АГРО 7.
Йыйып әйткәндә, йыйылышта күп аңлашылмаған ерҙәр шымартылды, һорауҙар, әлбиттә, ҡалды, улары киләһе сходҡа ла етер.
...Пожар машинаһы өсөн тауыш биргәндә ауыл башлығы «Выше руки, выше” тип, хәс сәхнәлә сығыш яһаған эстрада йондоҙо һымаҡ, халыҡты дәртләндерҙе. Ысынлап та гел шулай булһын шул: изге эш өсөн ҡулдар дәртле күтәрелһен, баштар ҙа гел юғары булһын, ут бәләһен дә, башҡа ҡазаларҙы ла күрмәй генә йәшәргә яҙһын.
Малик ИЛЬЯСОВ
Айгөл ХАЛИҠОВА фотолары
Читайте нас: