Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
22 Ноября 2019, 11:20

Үҙебеҙ кәртәләйәсәкбеҙ

Үткән аҙнала Зәк-Ишмәт ауыл советында ла үтте йыйылыш. Башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса улар Михайловка ауылындағы зыяратты кәртәләп ҡуйыу өсөн тауыш бирҙе. Ауыл советы башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов программала ҡатнашыу ҡағиҙәләрен аңлатты. Был изге эште атҡарып сығыу өсөн һәр йорттан 1 мең 500-әр һум аҡса йыйнаясаҡтар михайловкалар. Шулай уҡ ауыл советынан 60 мең һум һәм спонсорҙан да 60 мең һум ҡушыласаҡ программа буйынса бирелгән суммаға.
- Алла бирһә программанан үтһәк, зыяратты халыҡ менән бергә үҙебеҙ кәртәләйәсәкбеҙ. Бер ҡайҙан да эшселәр ялламайбыҙ, шуға ла зыярат кәртәләү суммаһы үтә ныҡ ҡиммәт килеп сыҡманы, - ти Илшат Мәдиф улы.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: