Үткән аҙна Түбәнге Баба ауылында сход булып үтте. Уның төп темаһы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу ине. Беҙҙең ауыл Көйөргәҙе районының иң төпкөл ауылы, шуға ла күп йылдар буйына етәкселек иғтибарынан ситтә ҡала килде. Ауыл хакимиәтенә Юнир Ирек улы Сынбулатов эшкә килгәс яйлап яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр башланды. Әле лә уның башланғысы аҫтында ППМИ конкурсында ҡатнашырға булдыҡ. Башҡа ауылдарҙан кәмме ни беҙ тип, ауыл зыяратын матур итеп кәртәләп ҡуйырға һөйләштек. Программаға ярашлы һәр йорттан 2500-әр һум аҡса йыйырға тура киләсәк. Халыҡ бер тауыштан риза булды, йыйырлыҡ, тинеләр, ситтә йәшәгән туғандарҙы ла йәлеп итербеҙ, сөнки бөтәһенең дә һуңғы йорто ошонда була бит. Конкурста еңеп сығыу өсөн кәрәкле сумманы мотлаҡ йыйырға кәрәк, тырышайыҡ ауылдаштар!
Шулай уҡ ауылыбыҙға автобус йөрөү мәсьәләһен дә күтәрҙек йыйылышта. Әле йөрөгән маршрутыбыҙ Көйөргәҙе ауылына тиклем генә килә лә йыраҡ тип беҙҙең ауылға килеп етмәй. Барыбер аҡсаһын түләйбеҙ, юҡ, йөрөмәй. Ниндәй һауа торошо булһа ла, оло кешеме, бала-сағамы Көйөргәҙе ауылында ҡалдырып китә. Район үҙәгенә бик йыш барырға тура килә, сөнки ҡағыҙ эштәре күп хәҙер. Ошо мәсьәлә буйынса ауылыбыҙ халҡы менән район хакимиәте башлығына хат яҙып тапшырырға һөйләштек. Нисә йыл клубыбыҙ эшләмәй, авария хәлендә тороуа. Был һорауҙы ла әйтмәй ҡалманыҡ. Мәктәптең ярты яғы буш тора, шунда клуб яһарға уйлауҙарын әйттеләр. Район Советы секретаре Әхәт Исламғолов “Реаль эштәр” программаһы буйынса ремонт яһарға ла тәҡдим итте.
Түбәнге Баба ауылының ағинәйҙәр ағзаһы.
Р.S. Гәзит сығып барғанда Земфира Вәлиева шылтыратып тағы ла яңылығы менән бүлеште. Улар автобус һорап яҙған хаттарын район башлығына тапшырғандар. Юлай Талха улы Ильясов был һорауҙы өйрәнергә вәғәҙә биргән.