Өфөлә республиканың 100 йыллығына арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” тигән республика фестиваль-марафоны дауам итә. Үткән шишәмбе көндө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Күмертау ҡалаһы лайыҡлы сығыш яһаны. Бында зал шығырым тулы булды. Күмертауҙа тыуып үҫкән, тамырҙары ошо ҡалаға бәйләнгән һәр милләт вәкилдәре, студенттар ҙа осрашыуға теләп килде.
Фойела Күмертау оҫталары тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә лә бай ине. Унда ҡалабыҙҙың ойошмалары, предприятиелары һәм учреждениелары тарафынан халыҡ кәсептәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, сувенирҙар, ҡул эштәре, милли аш-һыу һәм экспозициялар тәҡдим ителде. Шулай уҡ “Күмертау икмәк комбинаты”, “Музпром”, “Росток Био”, “Подковка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештергән аҙыҡ-түлек тә үҙ урынын алды.
Бер сәхнәлә ҡалабыҙҙың 400-ҙән ашыу артистары Өфөлә йәшәүсе яҡташтарға ер сәләмен еткерҙе. Улар ҡаланың данлы үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген лайыҡлы сәхнәләштереүгә иреште. “Контраст”, “Карусель”, “Ретро”, “БИС”, “Адреналин”, "XDA”, "Концертино", "Сулпан", ҡурай халыҡ, Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамблдәре, рус халыҡ инструменты оркестры, “Уральские узоры” хоры, "Академия успеха", "Первые роли" театр студиялары, "Гефест", 10-сы, 6-сы һанлы мәктәптәре, 1-се гимназия кадеттары, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, йырсылар Айгөл Ильясова, Регина Хузина, Елисей Елисеев һәм Алексей Терехов ҡалабыҙҙың йөҙө булып лайыҡлы сығыш яһанылар. Спорт һөйөүсе ҡала икәнлекте лә күрһәтте беҙҙекеләр. Сәхнәлә дзюдо, самбо, греко-рим, милли көрәш, спорт аэробикаһы, саңғы, хоккей барыһы ла шәп килеп сыҡты.
Сара һуңында ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәттәрен әйтеп марафон штандартын Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Владимир Куликовҡа тапшырҙы.
Олег ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы:
- Республиканың 100 йыллығына арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” республика фестиваль-марафонында ҡалабыҙҙы лайыҡлы күрһәтеп ҡайттыҡ. Бай күргәҙмә, ҙур тамаша, шығырым тулы зал булды. Ошо мөһим сарала ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәтемде белдерәм.