Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
22 Ноября 2019, 11:21

Ҡыйыҡ һәм баҫҡыс

Үткән аҙна ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбендә, уҡыу йортоноң 45 йыллығына арналған һәм урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса, ата-әсәләр йыйылышы үтте. Бында барлығы 430 бала белем ала.
Уҡыу йортобоҙға күптәнән капиталь ремонт эшләнгәне юҡ: ҡыйығын, тәҙрәләрен алмаштырырға, подвалын да ремонтларға кәрәк. Йыйылышта бер тауыштан сәнғәт мәктәбебеҙҙең ҡыйығына капиталь ремонт яһау һәм янғын һүндереү баҫҡысын алмаштырыу өсөн тауыш бирҙеләр. Был программала еңеп сығып, маҡсат итеп ҡуйылған эштәребеҙҙе башҡарып сығырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ.
Ираида КОНСТАНТИНОВА
Автор фотоһы
Читайте нас: