Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
26 Ноября 2019, 11:15

БИК МӨҺИМ САРА УЛ

Беҙҙән ППМИ нимә ул, тип һораған кеше күп, күберәге ситтә йәшәгәндәр һорай, ә район кешеләре был турала күптән белә - төндә торғоҙоп һора, әлеге программа нимә аңлата, ауылға нимә бирә - барыһын да теҙеп сығасаҡтар.
Ошо көндәрҙә ППМИ-ға бәйле ултырыш Бөгөлсән һәм Ялсыҡайҙа ла үтте. Ялсыҡайҙар был программаға инеп, ауыл зыяратын кәртәләр өсөн кәрәкле төҙөлөш материалдары алмаҡсы. Уның өсөн уларға 1 млн һум тирәһе аҡса талап ителә. Ауыл халҡы программа буйынса үтһә, һәр йорттан 1-әр мең аҡса йыйырға һөйләште. Бөгөлсәндәр ҙә ППМИ буйынса 1 млн 400 мең һумға трактор алыр өсөн һәр йорттан 1-әр мең аҡса йыймаҡсы.
Сход — бик мөһим сара ул. Өфөгә беҙҙе был программаға кертегеҙ, тип барлыҡ документтарҙы тотоп барғанда, тегендә ултырғандар барыһын да энәһенән ебенә тиклем тикшерә. Шулай уҡ тикшереүселәр сходта булған кеше һанына иғтибар итә. Ике-өс кеше генә клубта бойоғоп ултырһа, бирҙеләр һиңә ППМИ. Алдан әйткәнебеҙсә, беҙҙәге халыҡ - ныҡ әүҙем халыҡ, кәрәкме был программа, кәрәк, тиҙ генә йыйына ла клубҡа килә. Асығын әйткәндә, элегерәк аҙыраҡ хилафлыҡ булды: халыҡ был программаның һәйбәтлегенә төшөнөп етмәй ине, ауыл башлыҡтары, аптырағас, күрше ауылдағы ҡоҙа-ҡоҙағыйына әйтә башланы: кешене күбәйтеп, килеп ултырығыҙ әле, тип. Бер башлыҡ, хатта, Күмертауҙағы барлыҡ туғандарын тейәп килгән осраҡ та булды. Ә хәҙер кешелә бөтөнләй икенсе ҡараш, икенсе аҡыл. Шулай булғас, ППМИ программаһында барыбыҙ ҙа еңеп сығырбыҙ, тип ышанабыҙ.
М. ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: