Шәбағыш ауылы халҡы ла кисә йыйылып, сход үткәрҙе. Уларҙың да маҡсаты — ППМИ программаһында еңеп сығыу. Шәбағыштар был программа сиктәрендә бер йылы трактор алғандар, икенсе йылы клубтарына ремонт эшләгәндәр. Хәҙер улар тракторҙарына тағылма ҡорамалдар һатып алмаҡсылар. Уның хаҡы 980 мең һум тора, тине Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Рахмаев. Һөйләшкәндән, кәңәшләшкәндән һуң шәбағыштар был программала мотлаҡ ҡатнашырға һәм тағы ла еңеп сығырға тырышырға теләк белдерҙе. Ауыл советында йәшәгән 24 йәштән өлкәндәрҙең һәр береһенән 100-шәр һум аҡса йыйырға ҡарар ҡылды улар. Аҙ тәьмин ителгәндәр һәм күп балалалы ғаиләләрҙән алмаясаҡбыҙ, тинеләр.