Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
29 Ноября 2019, 11:20

Шунһыҙ булмай

Свобода биләмәһе халҡы ла кисә сходҡа йыйылды. Йыйылышҡа кеше бик күп килгән. ППМИ программаһы буйынса свободалар ҙа трактор алырға ҡарар ҡылған. Нимә эшләйем тиһәң дә, тракторһыҙ булмай. Ҡыш көндәре бигерәк тә кәрәкле транспорт ул, тиҙәр улар. Был эште башҡарыу өсөн инициатив төркөм һайлағас, ауыл халҡы һәр йорттан 700-шәр һум аҡса йыйырға булды. Тракторҙың хаҡы 1 млн 400 мең һум тирәһе буласаҡ. Свободаларға спонсорҙар ярҙамы ла кәрәк буласаҡ.
Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: