Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
29 Ноября 2019, 11:23

Трактор кәрәк

ППМИ программаһында ҡатнашыу маҡсатында район ауылдарында сходтар дауам итә.
Кисә Керәүле-Илюшкин ауылы халҡы ла күмәкләп йыйылып, был программала мотлаҡ ҡатнашырға һәмеңеп сығырға кәрәклеге хаҡында һөйләште. Бергәләшеп һөйләшкәндән һуң улар бер тауыштан трактор алырға ҡарар итте. МТЗ-82 тракторының хаҡы 1 млн 300 һум тирәһе. Программаға ярашлы ул хаҡтың бер өлөшөн спонсорҙарҙан табырға, бер өлөшөн халыҡ үҙе йыйырға тейеш. Керәүлеләр ауыл советының һәр йортынан 1 меңешәр һум аҡса йыйылышырға килеште.
Читайте нас: