Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына эләгер өсөн район ауылдарында йыйылыштар дауам итә. Үткән йома Илкәнәй ауылында ла йыйылыш үтте. Ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Вахитов башҡарылған эштәрҙе барлап сыҡты. Залда ултырған кешеләрҙең дә хакимиәт етәксеһенә һорауҙары булды. Ауылдың аҡһаҡалы Тимер Ниәтшин мәктәптә компьютерҙар булмауына ғәжәпләнде.
- Балаларҙан информатика дәресен нисек үтәһегеҙ тип һораһам, китап менән генә тиҙәр. Оят бит, урамда егерме беренсе быуат, эргәлә генә ер аҫты газ һаҡлау станцияһы, ә беҙҙең балалар компьютерһыҙ. Был һорауҙы нисектер хәл итергә кәрәк, - тине ул, борсолоп.
Бәләкәй Муса ауылы депутаты Айнур Ҡәҙимов та ауыл советының ун депутатына үҙенең тәҡдимен еткерҙе. Йыл да алдынғы уҡыусыларға премия булдырайыҡ, тине ул. Шулай уҡ уның Муса ауылы халҡына ла әйтер һүҙе бар ине.
– Хөрмәтле Муса ауылы халҡы, зинһар, миңә шылтыратмағыҙ. Һеҙҙең бит үҙегеҙҙең депутаттарығыҙ бар, уларға шылтыратығыҙ, - тине ул.
Артабан йыйылыштың төп темаһы булған ППМИ-ға тәҡдим ителгән проекттарҙы тикшереү булды. Киләһе йыл был программа буйынса трактор алырға тип һөйләште илкәнәйҙәр. Уның хаҡы 1 млн 450 мең һум. Бының өсөн халыҡтан 150 мең һум йыйырға кәрәк буласаҡ, 150 мең һум самаһы аҡсаны табырға спонсорҙар ярҙам итергә тейеш булһа, йәнә шул тиклем аҡсаны табыуҙы урындағы хакимиәт үҙ иңенә ала. Сходта ҡатнашыусылар ауыл советына ҡараған ауылдарҙың һәр йортонан 1-әр мең һум аҡса йыйырға ҡарар итте. Һәр ауылдан аҡса йыйыу өсөн яуаплы кешеләр ҙә билдәләнде.
Илкәнәй ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Мөхәмәтшина ауылдаштарын аҡсаны әүҙем йыйырға саҡырҙы. Үткән ике йыл ППМИ буйынса кемдәр аҡса бирмәгән, уларҙың исемлеген уҡып ишеттерҙе ул.
- Аңлайым, кемдәрҙеңдер аҡсалары юҡтыр ҙа, шуға әйҙәгеҙ ғинуарҙан ай һайын бүлеп бирә башлайыҡ аҡсаны. Быйыл зыярат кәртәләүгә 19 йорт хужаһы 1-әр мең һум бирмәне. Барлығы 79100 аҡса йыйылды, шуның 76389 һумы тотонолдо, ҡалған суммаһы әле бар. Кемдәр биреп бөтмәгәндәр, бирегеҙ. Сөнки ауылыбыҙҙы төҙөкләндереү өсөн аҡса һәр саҡ кәрәк буласаҡ. Был яҡтан Бәләкәй Мусаларҙан өлгө алырға кәрәк. Улар үҙҙәре генә түгел, хатта ситтә йәшәгән ауылдаштары ла аҡса бирәләр, - тине ул.
Йыйылыш бөткәс илкәнәйҙәр Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Нисек түҙә был йөрәк?” пьесаһы буйынса әҙерләгән спектаклдәрен күрһәттеләр. Тамашала Рөстәм, Ғәлиә Вахитовтар, Раян, Зөлфиә, Азалия Араптановтар һәм Гүзәл Мөхәмәтшина бик килештереп уйнанылар. Уларҙың һәр береһенең үҙ эштәре булһа ла, репетицияға йөрөргә буш ваҡыттарын табып, ауыл халҡы өсөн бик матур спектакль әҙерләүҙәренә һоҡланырға ғына ҡала. Ауылдаштары спектаклде бик ихлас ҡабул итте, улар тамашаны илап та, көлөп тә ҡаранылар. Үҙешмәкәр артистарҙы дәррәү алҡыштарға күмеп рәхмәттәр әйттеләр.
Был программаның әһәмиәте халыҡҡа ныҡлап барып етте, ҡыбырларға кәрәк, иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар, тип килештеләр. ППМИ, шулай итеп, бар донъяны солғап алды.
Яңы Уралка халҡы ла, башҡалар ҡатнашып ятҡанда, ситтә ултырып ҡала алманы - улар ҙа, хәлдән килгәнсә йыйылышып, шиғарҙар яҙылған плакаттар төшөрөп, ҡулдарын күтәрҙе: зыяраттарын яңыртырға кәрәк.