Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
20 Декабря 2019, 12:45

Яңы мебелдәр өсөн

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына эләгер өсөн бар ерҙә лә йыйылыштар үтә. Күптән түгел ҡаланың 5-се мәктәбендә лә үтте бындай йыйылыш

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына эләгер өсөн бар ерҙә лә йыйылыштар үтә. Күптән түгел ҡаланың 5-се мәктәбендә лә үтте бындай йыйылыш. Программаға өс проект тәҡдим ителде: мәктәп ишек алдына асфальт түшәү, спорт залының санитар бүлмәләрен төҙөкләндереү һәм мәктәп гардеробына мебелдәр алыу.
Йыйылыштағылар бер тауыштан өсөнсө проектты һайланы. Асыҡ тауыш биреү менән инициатив төркөм дә һайланды. Улар бар эште лә контролдә тотасаҡтар. Йыйылышта ҡатнашыусылар, проектты тормошҡа ашырыу өсөн, килеп сыҡҡан сумманың 10 процентын йыясаҡтар. Әгәр ППМИ буйынса һайланған проект үтһә, 5-се мәктәп гардеробына яңы мебелдәр алынып ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: