Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
20 Февраля 2020, 18:31

Яҡшыға алып бармай

Ошо көндәрҙә Абдул ауылында, “Айыҡ ауыл” темаһына арналып, халыҡ менән осрашыу үтте.

Ошо көндәрҙә Абдул ауылында, “Айыҡ ауыл” темаһына арналып, халыҡ менән осрашыу үтте. Абдулдар “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, 2-се турға республикаға үткәйнеләр. Ошо уңайҙан улар эскелек менән көрәшәләр, төрлө саралар үткәрәләр.
Унда Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, Күмертау наркология бүлеге мөдире ЭльвираЗиатдинова, полиция хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр һәм башҡалар ҡатнашты.
Йыйылышта Юнир Ирек улы 2019 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, 2020 йылға яңы пландар барланы.
Эльвира Әбүзәр ҡыҙы бөтә бәхетһеҙлек эскелектән башланыуы хаҡында әсенеп һөләне. Йәшел йылан менән дуҫлашмаҫҡа, ә киреһенсә уның менән көрәшергә саҡырҙы. Юлай Юныс улы ла: ”Бындай фәһемле сараларҙы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡанда ғына түгел, ә йыш үткәрергә кәрәк. Асыҡ һәм аныҡ һөйләшеүҙәр булдырыу мөһим. Эскелектең яҡшыға алып бармауын барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Шуға ла “Йәшел йылан” менән абдулдар ғына түгел, ә барлыҡ Яҡшымбәт ауыл советы, тотош районыбыҙ ҙа көрәшһен ине. Эштәрҙе бергә һәм берҙәм башҡарһаҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе еңелерәк”, - тине.

Читайте нас: