Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
21 Марта 2020, 15:00

Кеше аҙ булһа ла, һорауҙар күп булды

Сходтар эстафетаһы Зәк-Ишмәт ауыл биләмәһенә күсте.

Сходтар эстафетаһы Зәк-Ишмәт ауыл биләмәһенә күсте. Ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов былтыр нимә эшләй алған, эшләй алмаған, шул турала бәйән итте. Кеше бик күп күренмәй йыйылышта тиһегеҙме? Ҡалайтаһың, силсәүиттә халыҡ та бик күп, тип әйтеп булмай - 1054 кеше иҫәпләнә. Донъя хәлдәрен һөйләштәләр улар һәм, әлбиттә, 22 апрель көнө тураһында ла ныҡлап әйттеләр. Ленин бабай тыуған көнөнә бәйле түгел, Конституцияға үҙгәрештәр өсөн тауыш биреүгә бәйле һүҙ була бында. Урамдағы бағаналарҙағы свет, һыу, һәйкәлде кәртәләү, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына мемориаль таҡталар ҡуйыу, кәрәҙле бәйләнеш, көтөүһеҙ йөрөгән мал һәм башҡа темаларҙы күтәрҙеләр сходта. Марьевка халҡы фельдшер кәрәк тиһә, Михайловка ауылы кешеләре ППМИ программаһы буйынса зыяраттарын кәртәләргә теләй.

Читайте нас: