Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
21 Марта 2020, 13:00

Клубһыҙ булмай

Молокан халҡы ла йыйылышып алған.

Молокан халҡы ла йыйылышып алған. Район вәкилдәре район, донъя хәлдәре менән таныштыра (Көйөргәҙенең социаль-иҡтисади хәле, быйыл буласаҡ Конституцияға үҙгәрештәр өсөн тауыш биреү, халыҡ иҫәбен алыу һорауҙары). Юғары кимәлдәге һорауҙарҙан тыш, ерҙәгенә лә туҡталдылар - автобус маршруты, кәрәҙле элемтә (Молоканда телефон тотмай), урам буйлап сабып йөрөгән берәҙәк эттәр... Әллә ҡасандан бирле һөйләнеп килгән тағы ла бер проблема бар: Советтарҙан мираҫ булып ҡалған ауыл мәҙәниәт йорто бына-бына емерелергә тора («Юшатыр» был турала кәмендә өс тапҡыр яҙҙы), бөткән колхоздың буш контораһынан, уны әүеш-теүеш итеп, клуб яһап алыу. ППМИ буйынса инде, башҡаса юлы юҡ уның.
Читайте нас: