Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
11 Сентября 2020, 15:00

Йә тун, йә бысҡы

Район буйлап сходтар дауам итә. Үткән шишәмбе сираттағы йыйылыш Таймаҫ ауылында үтте.

- Ауыл советыбыҙға беларус та, тағылмаларын да алдыҡ. Уларҙың бер файҙаһын күрмәйбеҙ, кәрәкмәгән әйбер алғанбыҙ икән. Проблемаларыбыҙ күп. Зариф Байғусҡаровҡа ла, Рузалия Хисмәтуллинаға ла мөрәжәғәт иттек һорауҙарыбыҙ менән, тик улар алдаҡсы булып сыҡтылар. Башҡа уларҙы депутатлылыҡҡа һайламаҫ кәрәк. Бына үҙебеҙҙең Ильяс Искәндәр улы эшләргә өйрәнеп килә. Унан башҡа глава булырлыҡ кеше лә юҡ беҙҙә. Артабан да уның менән бергә эшләргә, йәшәргә яҙһын.
- Ауылыбыҙҙың 500 йыллығы ла етә, быны ла һис оноторға ярамай.
- Юлай Талха улы һеҙҙе йышыраҡ көтәбеҙ, килеп йөрөгөҙ.
- Уҫал инәйҙәр күп һөйләй инде, Юлай улым. Бына Күгәрсен районындағы Бесәнсе ауылында булдым. Вәт тәртип унда. Урамдарында бер һыйыр тиҙәге лә юҡ. Әллә уларҙың һыйыры хәжәттәрен үтәмәйме икән? Таймаҫта урамға сығыр хәл юҡ, кәкәйгә баҫаһың.
Ошо һәм тағы әллә күпме башҡа һорауҙарҙы күтәрҙеләр таймаҫтар.
Юлай Ильясов был ҡырҡыу мәсьәләне иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы.
- Тәртипһеҙ һыйырҙарҙы әрләрмен, тыңламаһалар, депутаттарға, силсәүиткә әйтермен, көрәк тотоп, урамды таҙартырҙар. Йә булмаһа үҙем килеп таҙартырмын, - тип мәрәкәләп тә алды ул.
- Юҡ, һеҙ таҙартһын тимәйбеҙ, асыу килгәндән һөйләйбеҙ, ҡайһы бер кешеләрҙең намыҫы булмағанға бошонабыҙ.
- Пай ерҙәребеҙ ҡайҙа икәнлекте лә белмәйбеҙ. Бер кемгә лә, бер ҡайҙа ла ғариза ла яҙған юҡ. Баҡтиһәң, беҙҙең ерҙәр Илкәнәй биләмәһе башлығында икән. Пай ерҙәре өсөн дивидентты үҙе алып килеп бирһен беҙгә.
Тулы материал 73-сө һанда.
Читайте нас: