Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
12 Сентября 2020, 11:00

Хужа юҡмы әллә?

Ауыл бәләкәй булһа ла, бында ла проблемалар ҙур.

- Клубыбыҙға ҡыйығынан һыу үтә, тирә-яғы ла уратылмаған. Пандемия ваҡытында оло йәштәгеләргә ҡайҙалыр барыу, күңел асыу саралары үткәреү тыйылды. Ә халыҡ беҙҙең өҫтән ялыу яҙа, ошо хаҡта ла аңлатып китегеҙ әле йыйылыусыларға. Мине әрләйҙәр, үлтереп алып баралар, - тип, клуб хеҙмәткәре үҙенең әсеткән яҡтарын әйтеп ҡалырға ашыҡты.
- Ауыл мәктәбенең ихатаһына халыҡ тартынып-оялып та тормай, малдарын керетеп ҡапҡаһын ябып ҡуя, әйтерһең уның ишек алды көтөүлек урыны. Был хаҡта 5 йыл буйы һөйләйбеҙ, шыш тә юҡ, пыш та юҡ, - тине ялсыҡайҙар. Һыу торбаларыбыҙ ҙа иҫке. Бер туҡтауһыҙ тишелә, берәй нисек яңыртып булмаймы? Балалар майҙансығы булһа шәп булыр ине. Балаларға уйнар урын да юҡ...
Тулы материал 73-сө һанда.
Читайте нас: