Бөтә яңылыҡтар
ЙЫЙЫЛЫШТАР
12 Ғинуар 2021, 18:13

Маяҡҡа майҙансыҡ кәрәк

Маяҡ ҡасабаһының 8-се һанлы мәктәбендә йәшәүселәр өсөн ППМИ буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте. Йыйылышта ҡатнашыуслырға өс проект тәҡдим ителде: «Мәктәп өсөн мебель алыу», «Мәктәп тирәһен тимер кәртәләр менән уратыу» һәм «Спорт майҙансығы төҙөү». Тауыштар күбеһенсә спорт майҙансығы өсөн бирелде һәм шулай уҡ, халыҡ, был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 5% финанслауҙы үҙ өҫтәренә алыуға ризалыҡ бирҙе.

Ҙур хыялды эш итеү өсөн аҡса биреп кенә ҡотолоп булмауын да халыҡ яҡшы аңлай, сөнки был урынды спорт майҙансығына әйләндерер алдынан, таҙартып, иҫкергән спорт йыһаздарын алып ташлап әҙерләп ҡуйыу мотлаҡ. Бында урындағы халыҡтың ярҙамы кәрәк буласаҡ. Документ туплау, ойоштороу эштәрен үтәү өсөн инициатив төркөм дә һайланды йыйылышта.
Читайте нас