Ауыл башлығы Ильяс Юлдыбаев былтыр нимə эшлəгəн, шулар тураһында һөйлəне. Ялҡытҡыс булманы, район башлығы бүлəк күтəреп килгəн - Фаҡиһа менəн Ришат Аҙнабаевтарҙың бергə иңгə-иң терəшеп йəшəүҙəренə 50 йыл да булып киткəн икəн - бəхетле парҙарҙы ҡотлап үттелəр. Уларҙы онотмай, Радий Фəрит улы үҙе ҡотлау ебəргəн, Фаҡиһа апай менəн Ришат ағай бындай хөрмəттəн ирене лə төштө.