ЙЫЙЫЛЫШТАР
21 Июля 2021, 08:08

Милләт нисек үҫергә тейеш?

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_55730 Илкәнәй ҡаланан ҡалышмай тип маҡтанып яҙғайныҡ. Балаларға уйнарға шәп майҙансыҡ асылды бында, шуға шатлыҡ эскә һыймай ине. Бындай хәлде ишетеп ҡалғас, Дума депутаты Зариф Байғусҡаров шунда уҡ Илкәнәйгә ашыҡты - ишеткәнсе барып тотоп ҡарайым. 

Милләт нисек үҫергә тейеш?Милләт нисек үҫергә тейеш?
Милләт нисек үҫергә тейеш?
Балалар майҙансығы һылтау ғына, бер юлы халыҡты ла тыңларға кәрәк ине. Һорауҙар бик күп булмаһа ла, күңелде ышҡып торғандары. 
Ауыл уртаһында янған йорт ултыра, уны әпен-төпөн итеп, кеше күҙенә күрһәтмәй ҡаплап ҡуйҙыҡ, тик артабан нимә эшләргә? Йорт үҙе булмаһа ла унда 4 кеше пропискала тора. Мәсет итәм тип ҡыялып ҡаранылар, кире уйланылар. 
Йомағужа ауылының мәңгелек бәләһе- Мәләүез кирбес заводы машиналарының саңы. Күпме күтәрәләр был проблеманы, тик артабан да саң йотоп йәшәүҙәре дауам итә. 
Әйткәндәй, барыһы ла аһ-зарға ғына ҡайтып ҡалманы, Йомағужала Йәштәр урамына тиҙҙән газ үтәсәк.  
Бер юлы депутат Илкәнәй мәктәбенә лә һуғылды. Бында спортзалдарына ремонт үткәйне, ни хәлдә икән әле уныһы. Йәштәр ауылға ҡайтмай, тип орошто Зариф Закир улы, 5 ауылға ни бары 64 кенә уҡыусы, бай йәшәйбеҙ, ә бала тапмайбыҙ, әле Башҡортостанда бер ғаиләгә 1,7 бала тура килә, милләт үҫешһен өсөн бер ғаиләгә 3  бала тейеш,  йә, ошонан һуң беҙ нисек артырға тейеш? 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас