

Мәсьәләнең мөһимлеген белеп тә, башлыҡ һайлау сессияһына Юлай Ильясов, уның урынбаҫары Урал Ибраһимовтан тыш, элекке ике башлыҡ – Раил Әбдрәшитов һәм Әхәт Ҡотлоәхмәтовтар ҙа килеп ултырҙы. Ветерандар Советы рәйесе М. Лященко ла бында. Талаш-тартыш булманы – башлыҡ вазифаһына бер генә кандидат күрһәтелде – Марина Букреева. Һәм ул бер тауыштан үтеп тә китте.
Юлай Талха улы яңы башлыҡ тураһында шулай тине:
- Һеҙ - боевой ҡатын. Кем генә башлыҡ булып эшләмәһен, яндарында гел һеҙ булдығыҙ, шуға был урынға һеҙҙән дә ҡулайлы кандидат юҡ, бер нисәһенә тәҡдим итеп ҡараным- баш тарттылар. Башлыҡ булыу – майлы ҡалъя ашау түгел.
Тәртипкә ярашлы, М. Букрееваның биографияһын уҡып үттеләр, 1964 йылда тыуған, икенсе мәктәптә уҡыған, тау техникумын, аҙаҡ юғары уҡыу йортон бөткән. Кирбес заводында, Райпола, район хакимиәтендә эшләгән, ике ҡыҙы бар, тол ҡатын.
Раил Абдулла улы ла һүҙ алды:
- Маринаны күптәндән беләбеҙ, шәп, эшлекле кеше. Бөтөн ауылды яҡшы белә. Хәҙер башлыҡ булып эшләүе ҡыйыныраҡ, элек, мәҫәлән, кирбес заводымы, сельхозтехника, спиртзавод, бүлешеп, ауылға ярҙам итә инеләр – был предприятиелар хәҙер юҡ, шуға район хакимиәтенә өндәшәм: ярҙам итегеҙ Ермолаевоға. Тағы бер теләк - ветерандар Советы менән татыу йәшәгеҙ, - Р. Әбдрәшитов күптән түгел булған Совет менән хакимиәт араһындағы низағ хаҡында иҫләп әйтте быларын.
Тулы материал киләһе һанда сыға.