Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
12 Декабря 2021, 09:51

Серек торбалар

ППМИ программаһына эләгер өсөн Илкәнәй ауылында ла үтте йыйылыш. Улар үткән йылда һыу торбаларын алмаштырыр өсөн ҡатнашып үтә алмағайны, быйыл да ошо уҡ мәсьәләне хәл итеү өсөн тырышалар.

Серек торбалар
Серек торбалар

- Ауылыбыҙҙа һыу торбалары сереп бөткән. Шуға ла Илкәнәйҙең Үҙәк урамындағы һыу торбаларын алмаштырырға тип һөйләштек. Бер урам торбаларын ғына алмаштырһаҡ та, бөтә ауыл халҡы ла аҡса йыясаҡ. Яҡынса халыҡтан 150 мең һум йыйырға, спонсорҙарҙан 150 мең һум табырға кәрәк буласаҡ, 150 мең һум урындағы бюджеттан һәм ҡалған 550 мең һумы республиканан бүленәсәк. Декабрь айында тағы ла йыйылыш үткәреп, был эшкә яуаплы комиссия ла төҙөйәсәкбеҙ, - ти Илкәнәй ауылы хакимиәте биләмәһенең эштәр идарасыһы Зөлфиә Араптанова.
Шулай уҡ йыйылышта, Илкәнәйҙәрҙең картуф ерҙәрен алған Дамир Хәйбуллин да ҡатнашты. https://youshatir.ru/articles/borsouly-kh-l/2021-10-30/kartuf-ashar-uryn-a-yogurt-es-yekme-2566223?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=33983974 

Тулы материал йома һанында баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: