Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
6 Января 2022, 11:45

Аҙағы ла булыр

Йыл аҙағы - үткәнде барлау ғына түгел, киләсәккә пландар ҡора торған да ваҡыт - алға ҡарап йәшәргә кәрәк. 

Аҙағы ла булыр
Аҙағы ла булыр
Ҡотлоюл халҡы борондан шулай: маҡсаттар ҡуйып йәшәргә ярата, Яңы йыл мәжлестәренә китер алдынан ғына бергә йыйылғандар, барыһын да зыяраттары яҙмышы борсой, киләһе йылда уны ныҡлап кәртәләп ҡуйырға кәрәк. 
Бер үҙҙәренең генә хәле етмәҫ, ППМИ-ға ҡушылырға ниәт ҡылғандар. Был программа буйынса бик ҙур ғына сумманы хөкүмәттән алырға була, ҡалғанын үҙҙәре йыйыр, изге эш бит, бирәһегеҙме-юҡмы тип, теләнселәп йөрөргә тура килмәҫ. 
Инициатив төркөм төҙөгәндәр, был төркөмгә ауылдың иң ышаныслы, абруйлы кешеләре ингән: Хәйбуллин Надир, Боҫҡанова Зарима, Ибраһимова Гүзәл, Яманһаров Инсаф.  
Быйылға булды, ҡалғаны киләһе йылда тип, күңелдәре тыныс булып, ҡайтып киткәндәр, хәҙер байрам итһәк тә була, эштең башы бар, аҙағы булыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: